Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында күренекле телсе-ғалимә, филология фәндәре докторы, профессоры Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова менән сағыу осрашыу үтте. Башҡорт телен өйрәнеүҙе Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы авторлығындағы уҡыу әсбаптарынан, башҡортса-русса һәм русса-башҡортса грамматик ҡушылмалары булған һүҙлектәрҙән, электрон дәреслектәрҙән тыш күҙ алдына килтереп булмай.
Осрашыуҙа туған телде уҡытыуға ҡағылған көнүҙәк һорауҙар буйынса йәнле әңгәмә ҡоролдо. Уҡыусыларға туған телде нисек ҡыҙығыраҡ итеп өйрәтергә, башҡорт телендә дөрөҫ һөйләүгә, яҙыуға иғтибар бүлергә кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы.
Әңгәмәнән һуң Миңсылыу Ғөбәйт ҡыҙы «Башҡортса дөрөҫ һөйләшәйек» исемле методик әсбабын гимназияға бүләк итте.

Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?