Хөрмәтле коллегалар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ҡыҙҙар!
Мөләйем, тыйнаҡ, маҡсатҡа ынтылыусан, эшлекле, аҡыллы, доньяла һис тиңе булмаған, серле. Бөтә матур һүҙҙәр тик Һеҙҙең хаҡта, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!
8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө — нәзәҡәтлек һәм мөхәббәт байрамы. Яҙҙың тап ошо байрам менән башланыуы оло мәғәнәгә эйә.
Байрам айҡанлы иң изге теләктәрҙе һеҙгә еткерәбеҙ. Ҡараштарығыҙҙың йылылығы, сабыр, хәстәрлекле, изге күңелле булыуығыҙ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
Иң ихлас ҡотлау һүҙҙәрен хөрмәтле ветерандарға юллайбыҙ. Һеҙ фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, яратҡан эшегеҙгә тоғролоҡ аша гимназиябыҙҙың башҡа милли белем усаҡтары араһында дәрәжәһен күтәреүгә ҙур өлөш индерҙегеҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, мөхәббәт, байрам кәйефе,
йәшлек дәрте һүрелелмәүен теләйем.
Яҙ байрамы менән, ҡәҙерле ҡатын — ҡыҙҙар!
Ихтирам менән гимназия директоры Р. М. Камалов.