просмотров: 177

Ошо көндәрҙә беҙҙең «158-cе Мостай Кәрим исемендәге гимназиябыҙҙа” «Шаяниум –2018 » отҡорҙар һәм шаяндар  конкурсы  уҙғарылды. Был сарала  бишенсенән алып унынсы синыф уҡыусылары  сығыш яһаны, бөтәһе бергә ун дүрт команда ҡатнашты: «Алтындар», «Утаған», «Ете йөҙ»,  «Шаяндар», «Ун  таған», «Бишектәр» , «Е», «Минулловсылар», «Юлаевсылар», «Искужиндар», «Әпипәләр» ,«Прокариаоттар», «Шаян йондоҙҙар», «Физмат». Йәш айырмалығына ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙенсәлекле  таланттары менән тамашасыларҙың  мөхәббәттәрен яулап ала алдылар.Улар команданың дуҫлығы, һөйкөмлөгө,күтәренке кәйефе  менән күҙҙең  яуын алып торҙолар. Яһалған сығыштар  иҫ киткес ҡыҙыҡлы  һәм фәһемле  булды.

Ҡатнашыусылар креатив таланттарын күрһәтер  өсөн «Сәләмләү»,  «Видеоозвучка» һәм «Музыкаль номер» тип аталған өс турҙа көс һынаштылар.

Маҡтау грамоталарынан һуң тулҡынланып көткән еңеүсе урындар иғлан ителде: 1-се урын 5в, 10б синыфының «Шаяндар» һәм «Әпипәләр» командаһына тапшырылды, 2-cе урынды 5б синыфы яуланы,3-сө урынды 5Б менән 7А  кластарының «Бишектәр» һәм  “Е” командалары бүлештеләр.

Бөтә ҡатнашыусыларғала көләмәстәре менән сәхнә түрен йәнләндреп торғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт,һәм киләсәктә һеҙгә тик уңыштар теләйбеҙ!!!

просмотров: 117

1 февраля на базе МБОУ БГ №158 им. Мустая Карима прошла районная олимпиада по изобразительному искусству , около 70 участников среди 5-11 классов. Ребята в течение 2.5 часов рисовали в акварельной технике на формате А2 натюрмортную композицию.  Творческом поединке сразились ребята из разных классов среди которых жюри выбрали победителей. Поздравляем  Всех участников этой олимпиады.

просмотров: 107
2 февраль – Рәсәйҙә Хәрби дан көнө, немец-фашист ғәскәрҙәрен Сталинград ҡалаһы янында тар-мар иткән көн. Сталинград һуғышы 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара, 200 көндән артыҡ дауам итә. Был һуғышта 1 миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була. Ваҡиға тарихҡа иң ҡан ҡойғос, иң масштаблы һуғыш, дәһшәтле көндәр булараҡ инеп ҡалған.Күпме генә ваҡыт үтһә лә, тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Быйыл Сталинград һуғышында еңеүебеҙҙең 75 йыллығын билдәләнек.Гимназиябыҙҙа юғары класс уҡыусылары өсөн Сталинград ҡалаһын азат итеүгә арналған кисә ойошторолдо.З.Биишева урамында урынлашҡан 2-се һанлы моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре тарих уҡытыусыбыҙ Гөлниса Ишмөхәмәт ҡыҙы Мәхийәнова менән берлектә гимназистар өсөн фәһемле осрашыу үткәрҙе. Улар уҡыусыларға Сталинград һуғышы, һалдаттарҙың батырлыҡтары тураһында һөйләнеләр, шиғырҙар уҡынылар, фильм күрһәттеләр.Сараны алып барыусы китапханасылар Маннапова Әлфиә Зөфәр ҡыҙына, Еремеева Елена Владимировнаға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
просмотров: 60

УФА, 2 фев 2018. /ИА «Башинформ», Наталья Овчарук/.
Победителем республиканского конкурса на лучшую эмблему Года семьи признан уфимец Владислав Ахметов. Его работу выбрали среди 78 заявок, которые поступили в министерство семьи, труда и социальной защиты населения Башкирии за две недели.
«Из общего количества заявок министерством совместно с членами жюри была исключена 51 эмблема, не соответствующая критериям согласно положению о конкурсе. Оставшиеся 27 эмблем были рассмотрены 31 января на заседании конкурсной комиссии», — сообщили в пресс-службе ведомства.
Победитель — 29-летний дизайнер из Уфы Владислав Ахметов. Художник взял за основу башкирский орнамент кускар и использовал его для стилизации многодетной семьи.
«Основной цвет моей эмблемы — бирюзовый, который означает исцеление, интуицию, щедрость, независимость, творчество, уверенность, общение и любовь. Этот яркий цвет никого не оставляет равнодушным и очень редко вызывает отрицательные эмоции», — объяснил Владислав Ахметов.2 февраля эмблему одобренную жюри утвердили.

просмотров: 154

Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында “Ашҡаҙар” радиоһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу ойошторолдо. Сара бик фәһемле булды.Һөнәр һайлау алдында торған уҡыусылар журналист, телевидение һәм радио дикторҙары һөнәре, уларҙың эш үҙенсәлектәре менән танышты.”Ашҡаҙар” радиоһы 8 йыл элек кенә ойошторолоуына ҡарамаҫтан, бында берҙәм коллектив тупланған. Тәжрибәле алып барыусылар- Фәнүзә Баһауетдинова, Урал Ниғмәтуллин, Зөмәйрә Сафина беҙҙе үҙҙәренең моңло йырҙары менән һоҡландырҙы.Мәктәп программаһына ингән “Атай икмәге ” хикәйәһе авторы Фәрзәнә Аҡбулатова журналист һөнәренең ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.Шулай уҡ ул үҙенең ижады тураһында һөйләне, яҙыусы булыу серҙәре менән бүлеште.Әҙәбиәт һөйөүселәр араһында викторина үткәреп, әүҙем уҡыусыларға китаптарын бүләк итте.Зилиә Шәймәрҙәнова ла уҡыусылар араһында төрлө уйындар ойошторҙо. Еңеүселәр радионың логативы ҡуйылған кепкалар, футболкалар, ручкалар алып шатландылар, иң шәптәре “Алтын мираҫ” исемле дискыларға эйә булдылар.Осрашыу тураһында БСТ каналы һәм “Тамыр” студияһы хеҙмәткәрҙәре сюжет эшләп күрһәтте.Был осрашыуҙан һуң радионың дуҫтары артҡандыр тибеҙ, сөнки сарала ҡатнашыусылар күңелдәренә дәрт алып таралыштылар.”Ашҡаҙар” моңло көйлө радиоһына уңыштар теләйек!

Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

просмотров: 62

Глава Минобрнауки России О.Ю. Васильева дала развернутое интервью специальному корреспонденту информационного агентства «Интерфакс» В.К. Терехову.






Ноябрь 2020
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Окт    
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30  




Официальный интернет-портал правовой информации








Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “Башкирская гимназия № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2020. All Rights Reserved.