Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 34

просмотров: 34

Архив за день: 10.02.2018

просмотров: 34

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында етеп килгән байрам алдынан “Ватанды һаҡлаусылар, алға!” бәйгеһе ойошторолдо.

Унда өсөнсө һәм дүртенсе класс уҡысыларынан төҙөлгән командалар ҡатнашты. Тәүҙә өсөнсө кластарҙан дүрт команда бәйге тотто, уларҙан һуң дүртенселәр ярышты.  Уҡыусылар үҙҙәренең сығыштарын  командалары менән таныштырыуҙан башланы. Был этапта жюри ағзалары һәр команданың өҫкө формаһына, символикаһына, сығыштарының сағыулығына иғтибар итте. Ә инде спорт марафонының киләһе этаптарында уҡысылар үҙҙәренең физик көстәрен генә түгел, отҡорлоҡтарын, зирәклектәрен, тиҙлектәрен, таһыллыҡтарын, мәргәнлектәрен дә һынай алды. Мәҫәлән, “Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре” туҡталышында бәйгеселәргә юл ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөргә кәрәк булһа, “Робототехника”ла командалы эш талап ителде – айырым ваҡыт эсендә бер техника моделен төҙәргә кәрәк ине. Шулай уҡ “Экология”, “Яратҡан ҡалам”, “Ориентирлашыу” кеүек этаптар ҙа командаларҙан ныҡышмалылыҡ, етеҙлек, белем һәм аҡыл талап итте.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, командалар бәйгегә етди әҙерләнгән, һәр кем командаһы өсөн ныҡ тырышты һәм тиккә түгел, сөнки “иң-иңдәр” бәйгенең еңеүсеһе исемен яуланы.
Шулай итеп, жюри ағзалары һәр этап балдарын һанап, еңеүселәрҙе билдәләне.

Бына улар:
3 “г” класы – I урын,
3 “а” класы – II урын,
3 “б” һәм “в” класы – III урын,
4 “а” класы – I урын,
4 “б” һәм “в” класы – II урын,
4 “г” класы – III урын.

Һәр командаға грамоталар һәм татлы бүләктәр тапшырылды.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, афарин! Артабан да уңыштар теләйбеҙ, гел беренсе булығыҙ!

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +2 (from 2 votes)
просмотров: 34
Страница 1 из 11



Февраль 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Янв   Мар »
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “Башкирская гимназия № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.