21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.
Был көн телдәрҙе яҡлау һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау маҡсатында ЮНЕСКО тарафынан 1999 йылда булдырыла. ЮНЕСКО тикшереүҙәре буйынса, донъялағы телдәрҙең 6 меңе юғалып барған телдәр, ә 2009 йылдан Рәсәйҙәге 136 телгә ошондай ҡурҡыныс янай тип иҫәпләнә.

Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында байрам уңайынан матур саралар үтте. «Үҙ телемдә һөйләшәм» интеллектуаль уйыны 5-7-се кластар өсөн булһа, юғары кластар квеста ҡатнашып белемдәрен күрһәтте. Үҙ телеңдә шиғыр ятлау флешмобы һәр класта ойошторолдо. Башланғыс класс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары дәрестәрҙә туған телде белеү ни тиклем мөһим икәнлеген тағы ла бер төшөндөрҙө.
Бөгөнгө саралар байрамса кәйефтә, берҙәм үтте.
«Иле барҙың — теле бар, теле барҙың — көнө бар» мәҡәле көн девизы булды.

Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?