🎭 3 февраль Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ҡыҙыл паша» спектакленең премьераһы үтте.

Кәрим Хәкимов — партия һәм дәүләт эшмәкәре, СССР-ҙың Сауд Ғәрәбстанындағы һәм тағы бер нисә Яҡын Көнсығыш илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле. Уның исеме Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең генә түгел, бөтә донъяның тарих йылъяҙмаһына мәңгелеккә яҙылған.

М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары спектаклдең премьераһын ҡараны. Балаларға актерҙарҙың уйнауы ла, спектакль дә бик оҡшаны.

Театр музейында спектаклдең премьераһын күрһәтеү сиктәрендә күренекле дипломатҡа арналған, уның шәхси әйберҙәренән, документтарынан һәм һирәк экспонаттарынан торған «Кремлдең Ғәрәбстан вәзире — Кәрим Хәкимов» күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.

Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?