Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгө сиктәрендә һәм Өфө ҡалаһы Киров районы мәғариф учреждениеларында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 103 йыл тулыу уңайынан бик күп саралар ойошторола.

Бөгөнгө «Беҙҙең өйҙөң йәме» тип аталған тантаналы шиғриәт байрамы күптәрҙең хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланыр. Байрамда республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй олимпиада, конкурстарында еңеүсе, призер булған, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан, спорт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыу алдынғыларына Мостай Кәрим исемендәге Фонд грант бирҙе.

Гимназистарҙың һәләтен үҫтереү һәм дәртләндереү маҡсатынан булдырылған исемле грант быйыл бишенсе тапҡыр 9-11-се класс уҡыусыларына тапшырылды.

Сарала ҡатнашыусы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы Ялсыҡаеваның теләктәре уҡыусыларға яңы еңеүҙәр өсөн дәрт, ышаныс бирҙе. Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары, премия тапшырҙы, киләсәктә уңыштар теләне.

Тәүге бүләкләнеүселәр әлеге көндә илебеҙҙең төрлө ҡалаларының юғары уҡыу йорттарында белем ала. Өфө, Мәскәү, Санкт- Петербург, Ҡазан, Йошкар-Ола, Ырымбур, хатта Чехияла уҡыусы балаларыбыҙ Мостай Кәрим рухына тоғролар, гимназияла һалынған ошо рух уларҙы яңы бейеклектәргә әйҙәй.

Быйылғы грант алыусы уҡыусыларыбыҙ ҙа ышанысты аҡлар, гимназиябыҙҙың данын арттырыр.

Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?