20 октябрҙә М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында башҡорт халыҡ шағиры М.Кәримдең тыуыуына 103 йыл тулыуға арналған саралар үтте.
Гимназияның тамаша залында 5 кластар өсөн М.Кәримдең әҫәре буйынса «Һеңлекәш» һәм «Өс таған» фильмдарын ҡарау; 1-4 класс уҡыусылары араһында һүрәттәр конкурсы; 5-8 класс уҡыусылары өсөн «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы сиктәрендә интернет-викторина; 1 кластар араһында — «Күңелле старттар» һәм һәр класта «Мостай дәрестәре», «Мостай сәғәттәре» ойошторолдо һәм уҙғарылды. 10 кластарға Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады тураһында «Яҡын офоҡ» спектакле күрһәтелде.
Был сараларҙың маҡсаты булып балаларҙы һәм йәш быуынды республика халыҡтарының рухи мираҫына ылыҡтырыу, Мостай Кәрим шәхесенә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм илһөйәрлек, интернациональ тәрбиә биреү тора.