просмотров: 5

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Зөлфиә Ханнанова менән “Шиғриәттә халҡым тарихы” тип аталған осрашыу үтте. Был сара Башҡортостан Яҙыусылар союзының Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә “Тарих яҙыр инем ташына” тигән   Республика әҙәби марафонын лайыҡлы ҡабул итеү булды.

Осрашыуға марафондың кураторы, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Нурлан Рәшит улы Ғәниев,  Киров районы хакимиәте  Мәғариф бүлеге начальнигы  Лина Сагман ҡыҙы Ниғмәтуллина, Киров районы мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары килде.

Уҡыусыларҙың аһәңле итеп шиғыр һөйләүе барыһына ла оҡшаны. Зөлфиә Миндебай ҡыҙы уларға ихлас рәхмәтен белдерҙе, үҙе лә шиғри күстәнәстәрен бүләк итте. Милләт тарихы, киләсәк быуынға ышаныс тураһанда бик көслө фекерҙәрен еткерҙе. Шиғырҙарҙы тыңлаған илаһи минуттарҙа иланыҡ та, йылмайҙыҡ та. Уҡыусылар өсөн дә, килгән ҡунаҡтар өсөн дә бик фәһемле булған бындай әҙәби осрашыуҙар гимназияла артабан да дауам итәсәк.

 

просмотров: 5

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

два × три =






Март 2021
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Фев    
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031  




Официальный интернет-портал правовой информации








Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “Башкирская гимназия № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2021. All Rights Reserved.