Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 12

просмотров: 12

Эй туған тел! Ниндәй ҡөҙрәтлеһең һин! Гүзәлһең, күркәмһең, йыйнаҡһың! Шуға ла халыҡ ил ағаһы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр һүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырған да инде. Һин байһың, ҡеүәтлеһең, мәргәнһең!

Телдең халыҡты халыҡ итеүҙә, уның белем һәм тәрбиә ҡоралы булыуы хаҡында арҙаҡлы әҙиптәребеҙҙең береһе – мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла илһамланып ижад иткән. Ысынлап та, туған тел хаҡында фекер йөрөткәндә, беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итәбеҙ. Улар – ысын һүҙ оҫталары, һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр, халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар. Шуға күрә 14 декабрь, Мифтахетдин Камалетдин улының тыуған көнө, республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде.

Ошо айҡанлы Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында күркәм сара үтте. Был көндә, дәрестәр булмаһа ла, гимназия гөрләп торҙо! Башта ҡунаҡтарға мәҙәни саралар тәҡдим ителде. Башҡорт халҡы – тәбиғәт балаһы, ул йыр-моңға бай, бейеүҙәре генә ни тора! Беҙҙең гимназияның ижади төркөмдәре лә һынатманы. Бөгөнгө байрамға улар музыкаль бүләк менән килде: бәләкәй әкиәтсе, фольклор ансамбле, курйсы, әсәйҙәрҙең бейеү төркөмөнөң тәүге сығышы! Һуңынан ата-әсәйҙәр балалары менән файҙалы мастер-кластар ҡараны һәм халыҡ уйындарында ҡатнашты.

ФОТОАЛЬБОМ

 

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: 0 (from 0 votes)
просмотров: 12

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

11 + пятнадцать =





Январь 2020
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Дек    
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “Башкирская гимназия № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2020. All Rights Reserved.