Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 43

просмотров: 43

25 майҙа Республикабыҙҙың барлыҡ мәктәптәре гөрләп торҙо – ун беренсе класс уҡыусылары өсөн был көндө “Һуңғы ҡыңғырау” яңғыраны.

Был һағышлы ла, шатлыҡлы ла байрам Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында ла ун беренселәрҙе белем усағы менән хушлашыу сафына баҫтырҙы. 11А, 11Б, 11В класының матурҙарҙан-матур ҡыҙҙары һәм егеттәренең йондоҙло сәғәте һуҡты, ғүмерҙә бер ҡабатлана торған мәл дә етте.

Көн болоҡһоп, ямғыр яуып тороуына ҡарамаҫтан, барыһының да  кәйефтәре байрамса. Байрамға уҡыусыларҙың уҡытыусылары, ата-әсәләре, ҡунаҡтар саҡырылғайны. Тантананы “Дуҫлыҡ” балалар ансамбле башҡорт бейеүе менән асып ебәрҙе. Артабан гимназия директоры, класс етәкселәре, килгән ҡунаҡтар  телмәр тотто, ата-әсәләр ҙә әйтер һүҙҙәрен еткерҙе. Һәр кем бөгөн сығарылыш уҡыусыларына тик уңыштар, хыялдарының тормошҡа ашыуын, һынауҙарға бирешмәйенсә йәшәүен теләне. Уҡыусылар ҙа яуапһыҙ ҡалманы, һынатмаҫҡа һүҙ бирҙе. Беренсе синыф уҡыусылары мәктәп  менән хушлашыусы ағай, апайҙарына теләктәрен шиғри юлдарға һалды. Гимназияның гимны, сығарылыш уҡыусыларының йыры бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ә  инде ун беренселәрҙең мәктәп вальсына өйөрөлөүенә ҡарап, һоҡланып туйып булмаҫлыҡ, ата-әсәләрҙең күҙҙәренә хатта йәштәр эркелде.
Ниндәй матур, илаһи мәл, ғүмерҙә бер тапҡыр ҡабатлана торған тантана! Йәшлек, мөхәббәт, гүзәллек, көс-ҡеүәт ташып-урғылып торған йәштәргә тик яҡты киләсәк кенә теләргә ҡала!

Һуңғы звонок яңғырай – сихри ауаз,
Ул ғәжәйеп моңһоу, һағышлы;
Шундай көн был, оло байрам үҙе
Үҙгәртә лә ҡуя яҙмышты.
Ана шулай был ҡыңғырау
Мәктәбеңдә һуңғыһы.
Мәктәбеңдә һуңғыһы,
Ҙур тормошҡа юл башы.
Ҙур тормоштоң юл башы,
Киләсәктең ораны.
Саҡыра юлға, юлға.
Матур киләсәк юрай,
Маҡсаттар ҡуя алға.
Саҡырып торор ҡыңғырау
Күңелегеҙ түрендә.
Һынатмағыҙ һис ҡасан
Тормошоғоҙ күгендә.

М.Кәрим ис. 158-се Башҡорт гимназияһының матбуғат үҙәге.

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +5 (from 5 votes)
просмотров: 43

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

17 + 17 =



Август 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Июн    
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “БГ № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.