Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 66

просмотров: 66

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында 9 класстар өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” яңғыраны.

Тантанаға туғыҙҙарҙан торған 4 параллель класс уҡыусылары, уларҙың класс етәкселәре, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр йыйылғайны. Быйыл гимназиябыҙҙа  9 класты 90 уҡыусы тамамлай.

Байрам башынан һәр класс уҡыусыларын һәм класс етәкселәрен тәбрикләп үткәс, барлыҡ уҡыусылар белем усағының гимнын башҡарҙы.

Һиҙелмәй ҙә туғыҙ иң күңелле, иң шәп йыл үтеп киткән, барыһы ла инде ҙурайған. Һәм, ниһайәт, хушлашыу мәле лә килеп етте. Кемдәрҙер уҡыуын гимназияла дауам итер, телктәре булғандар башҡа  уҡыу йорттарына инер. Һәр кемдең үҙ маҡсаты, үҙ киләсәге, әммә уҡыусылар ошо мәктәп йылдарын бер ҡасан да онотмаясаҡ, бәхетле бала, үҫмер саҡ йылдарын мәңге хәтерҙә һаҡлаясаҡ.

  • Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр! Һеҙҙе ҡотлайым ошо байрам менән. Барығыҙға ла тик яҡты киләсәк, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем, – тип башланы һүҙен гимназия директоры Гөлназ Ғәфир ҡыҙы Әхмәҙиева. – Байрам уңайынан һеҙҙе тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ менән ҡыуандырып үтәйем әле – алда һеҙҙе дәүләт имтихандары көтә һәм һеҙ, барығыҙ ҙа, был имтихандарға үтәһегеҙ. Һеҙгә был һынауҙарҙы тик яҡшы билдәләргә тапшырырға ғына ҡала. Уңыштар һеҙгә!!!

Уҡыу йорто етәксеһенең һүҙҙәрен ҡеүәтләп, ата-әсәләр ҙә йылы теләктәргә ҡушылды һәм балаларҙы тормоштарындағы бер баҫҡысҡа үргә артылыуҙары менән ҡотланы. Йырсы Радик Вәлмөхәмәтов башҡарыуындағы йыр барлыҡ ата-әсәйҙәрҙең йылы һүҙҙәре, теләктәре булып яңғыраны. Класс етәкселәре лә матур теләктәр юлланы уҡыусыларына.

Туғыҙынсылар һүҙһеҙ ҡалманы, матур итеп шиғырҙарын һөйләп, йыр йырланы, бейеүҙәр башҡарҙы.

 

М. Кәрим ис. 158-се башҡорт гимназияһы матбуғат үҙәге.

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +1 (from 1 vote)
просмотров: 66

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

15 + 7 =



Август 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Июн    
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “БГ № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.