Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 1

просмотров: 1
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай ынйы йыямын.
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
                             Рәми Ғарипов

Гимназиябыҙҙың 3А синыфында Ғаилә йылына арнап атай- әсәйҙәр менән берлектә, шау –гөр килеп шиғыр байрамы үтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Ғарипов шиғырҙарын һөйләүҙә уҡыусылар ғына түгел, атай – әсәйҙәр ҙә бик теләп ҡатнашты . А.Р.Мортаева, Г.А.Ҡорбанғолова, Г.Ф.Нурмөхәмәтова, С.Ф.Ғәлимуллин һөйләгән шиғырҙарҙы барыһы ла тын ҡалып ихлас тыңланы. Э.Ә.Бәхтигәрәева, С.Х.Фазлыева, А.Х.Абдуллина, Г.М.Ҡолтаева, Гөлдәр һәм Руслан Латыповтар  ятлаған шиғырҙарҙы телефон аша тыңлау уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Регина һәм Тимур Халфиндар, А.С. Шәйхисламов әҙерләгән видеояҙмаларҙы барыһы ла кинәнеп ҡараны. Һәр уҡыусының сәхнәгә сығып ҙур тулҡынланыу менән Рәми Ғариповтың шиғырҙарын төрлө телдә башҡарыуы барыһының да күңелендә ғорурланыу тойғоһо уятты. Карина Бәхтигәрәева үҙе ижад иткән ,,Минең ғаиләм” шиғыры менән сығыш яһауы сараға матур төҫ өҫтәне. Байрам Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғәриповтың “Туған тел” шиғыры флешмобы менән тамамланды. Ата – әсәләр менән берлектә үткән шиғыр байрамы балалар күңелендә телебеҙгә ҡарата оло һөйөү булып иҫтә ҡалыр тип ышанабыҙ.

Мостай Кәрим исемендәге 158 – се башҡорт гимназияһың 3А синыфы етәксеһе Р.Х.Зәйнуллина

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: 0 (from 0 votes)
просмотров: 1

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

3 + девять =


Май 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Апр    
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “БГ № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.