Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 40

просмотров: 40

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан гимназиябыҙҙа концерт үтте.

Илебеҙҙең киләсәк яҙмышын хәл иткән Бөйөк Ватан һуғышы осоро йылдан-йыл алыҫлаша бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул дәһшәтле йылдарҙың тере шаһиттары – ветерандарҙың да сафы һирәгәйә.  Шуғалыр ҙа Бөйөк Еңеү байрамының ҡәҙере, мәғәнәһе арта ғына. Һәм, әлбиттә, киләсәк быуын  да Бөйөк Еңеүҙең нисек яуланыуын, уның халҡыбыҙға ни хаҡҡа төшөүен, үҙҙәренең олатайҙарының ҡаһарманлыҡтарын белеп үҫергә, ошо патриотик рухта тәрбиәләнергә тейеш.

Ошо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ҙур концерт ойошторолдо. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары – “Каруан” фольклор-эстрада төркөмө егеттәре, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин гинмазия тамашасыларына шәп сығыштар тәҡдим итте. Тамашаға саҡырылған төп ҡунаҡтар – уҡыу йортона ҡараған йорттарҙа йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл һәм хеҙмәт ветерандары түрҙә ултырҙы.

Сараны асып, гимназия директоры Гөлназ Әхмәҙиева балаларҙы Бөйөк Еңеүҙе, ата-бабаларҙың ҡаһарманлыҡтарын бер ваҡытта ла онотмаҫҡа, ауыр, һынылышлы йылдар хәтерен артабан һаҡларға, тыныслыҡтың ғәҙерен белергә саҡырҙы.

  • Һеҙҙең алдығыҙҙа ултырыусы ветерандар – беҙгә еңеү яулаусы кешеләр. Миллионлаған кеше ғүмерҙәре ҡыйылып яуланған был тарихи иҫтәлекте оноторға һис ярамай. Ҡасандыр һеҙҙең кеүек йәштә булғанда ошо кешеләрҙең иңдәренә оло һынау төшә. Һәм улар был ауыр осорҙо батырҙарса үтә алғандар. Һеҙ ҙә, ҡәҙерле уҡыусылар, олатайҙарығыҙҙың намыҫына тап төшөрмәйенсә йәшәргә ынтылығыҙ! – тине Гөлназ Ғәфир ҡыҙы.

Тамашасыларға “Каруан” фольклор-эстрада төркөмө егеттәре – Марсель Ҡотоев, Салауат Мөхәмәтйәров, Тимур Рамаҙановтар үҙҙәренең репертуарының патриотик рухтағы йырҙарын ишеттерҙе. “Шайморатов генерал”, “Салауат Юлаев”, тыуған илебеҙгә арналған йырҙарҙан тыш шулай уҡ Совет кинофильмдарынан йырҙар башҡарылды. Ә Марсель Ҡотоев башҡарыуында итальян йырҙары байрамға тағы ла йәм өҫтәне.

Билдәле ҡурайсы Азат Биксурин тамашасыларҙы ҡурай моңона сорнаны. Уның ҡулындағы милли инструмент күңелдең иң түрендәге ҡылдарҙы сиртте. Әйтерһең дә, ул берсә шатланды, берсә иланы, берсә ҡайҙалыр алыҫҡа әйҙәне.

Патриотик рухта барған концертты алып барыусы Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һүҙ оҫтаһы Эльмира Юлдашева ла һуғыш йылдары ауазын хәтергә төшөрөп, шиғыр һөйләп үтте.

Барлыҡ сығыштар ҙа хайран ҡалырлыҡ, матур, ә иң мөһиме, урынлы һәм мәғәнәле булды. Концерт һуңында уҡыусылар, гимназия коллективы исеменән ветерандар тағы бер тапҡыр тәбрикләнде, уларға сәләмәтлек, оҙайлы ғүмер һәм ейәндәр бәхете теләктәре еткерелде.

 

М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының матбуғат хеҙмәте.

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +2 (from 2 votes)
просмотров: 40

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

5 + девятнадцать =



Август 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Июн    
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “БГ № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.