Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 52

просмотров: 52

Республикаға илдең баш ҡалаһынан бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәре килде. Ҡунаҡтар Өфөнөң белем усаҡтарында һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында тәжрибә тупланы.
Мәскәү мәктәптәренең директорҙары һәм уҡытыусылары Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында булды һәм күп мәҙәниәтле даирәлә туған телдәрҙе уҡытыу системаһы менән танышты.
Был белем усағы башҡаланың иң көслө мәғариф учреждениеларының береһе. Ҡунаҡтар Мостай Кәримдең, Мәрйәм Бураҡаеваның музей-кабинеттарында, “Хәрби Дан”, драматургия музейҙарында булды, уҡыусыларҙың һүрәт төшөрөү, живопись, графика буйынса ижад емештәрен, һуңынан белем усағында өҫтәлмә белем биреү буйынса ойошторолған түңәрәктәргә йөрөүсе уҡыусыларҙың сығыштарын ҡараны.

Гимназия директоры Гөлназ Әхмәҙиева әйтеүенсә, коллектив алдында йәш быуынды лайыҡлы шәхес итеп тәрбиәләү бурысы тора. Йәғни, белем биреүҙән тыш уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә, физик яҡтан нығытыуға етди иғтибар бирелә. Мәҫәлән, бында беренсе синыфтан алып шашка дәрестәре инә. Шуға күрә уҡыусыларҙың төрлө йүнәлештәр буйынса республика, Рәсәй, донъя кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулауы осраҡлы түгел.

Тағы бер мөһим үҙенсәлек, гимназияла башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, йолаларына һөйөү һалына. Уҡытыусылар әйтеүенсә, башҡа төбәктәр менән тәжрибә уртаҡлашыу кимәлде тағы ла яҡшыртыу, яңы методик алымдарҙы үҙләштереү мөмкинлеген бирә. Сөнки заман менән бергә атлау өсөн үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнарға  кәрәкмәй.

 

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +1 (from 3 votes)
просмотров: 52

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

9 + 17 =



Ноябрь 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Окт    
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “Башкирская гимназия № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.