Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 0

просмотров: 0

Тирең түгеп башҡарылған эштең емеше ҡәҙерле  була. Хеҙмәт емеше алтын, тип тә юҡҡа әйтмәгәндәр боронғолар. Хеҙмәттә генә кеше йәм таба, бәхетле була, үҙенең булмышын тулыһынса асыҡлай ала.

Хеҙмәт төбө – хазина, тигән мәҡәлде девиз итеп, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында экологик өмә үтте. Ғаилә йылына арнап, өмә сиктәрендә шулай уҡ бик сағыу сара – “Хеҙмәт төбө – хазина” исемле фестиваль ойошторолдо. Был күләмле сара “Ғаилә ҡиммәттәре фестивале”нең өсөнсө этабы.

Шәмбе көнө иртәнән һалҡынсараҡ булыуға ҡарамаҫтан, көн ҡояшлы, тимәк, кәйефтәр ҙә көр ине. Кластарға алдан уҡ мәктәп яны ерҙәре беркетелгәс, һәр кем үҙ бурысын яҡшы аңлай. Уҡыусылар берҙәм булып, ҡулдарына эш ҡоралдары – көрәк, һепертке, сүп арбаһы, тырма тотоп, йәһәтләп эшкә тотондо. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, эш бик йылдам барҙы. Гимназия территорияһы, уның эргәһендәге юл буйҙары эреле-ваҡлы сүп-сарҙан таҙартылды, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар һеперелде, йыйылған сүп сүплек өсөн тәғәйен ергә ташылды.

Һәр кем ошолай дәррәү өмәгә сығып, йәшәгән урынын тәртипкә килтерһә, донъялар таҙараҡ та, ҡалабыҙ күркәмерәк тә буласаҡ, тигән фекерҙә уҡыусылар.

Шәмбе өмәһенән һуң гимназиябыҙҙа уҡыусыларҙың ата-әсәләре ҡатнашлығында “Хеҙмәт төбө – хазина”  фестивале башланды. Сараға донъя, Рәсәй, Республика кимәлендә төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ уҡыусылар һәм уларҙы тәрбиәләүсе ата-әсәләр саҡырылды.

  Еще больше фото здесь

Фестивалде асып, гимназия директоры Гөлназ Әхмәҙиева барыһын да сәләмләне һәм кеше тормошона хеҙмәттең йоғонтоһо тураһында һөйләне, балаларҙы эште яратырға, эштән ҡурмаҫҡа өндәне. Артабан сәхнә түрендә ултырыусы конкурс-бәйгеләрҙә еңеүсе уыҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен грамоталар, рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Донъя, Рәсәй, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашып, беренсе урындарҙы яулаған малайҙар һәм ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланырлыҡ, ғорурланырлыҡ һәм башҡаларға үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Ә шул балаларға маяҡ булып, уларға дөрөҫ юл күрһәтеүсе, яңы үрҙәргә дәртләндереүсе ата-әсәйҙәргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә. Улар араһынан да һәр кемгә өлгө булырҙайҙары килгәйне: 6В класс уҡыусыһы Дәүләт Ғәйнуллиндың ғаиләһе – Нур Шаһисолтанов – отставкалағы полковник, ВТБ банкыһының иҡтисади хәүефһеҙлек буйынса белгесе, Рәйсә Шаһисолтанова – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, әсәһе – Элина Сафина, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, психолог, 5В класс уҡыусыһы Асҡар Иҙрисовтың ғаиләһе – Тимур Иҙрисов – техник фәндәр кандидаты, Өфө дәүләт авиация-техник университеты хеҙмәткәре, РФ Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, 7Б класс уҡыусыһы Айһылыу Лоҡманова ғаиләһе – атаһы Камил Лоҡманов – “Юмитекс” аптека селтәре директоры, әсәһе Рәшиҙә Лоҡманова – “Любодело” салоны етәксеһе.

5А класс уҡыусыһы Камила Йосопованың башҡарыуында яңғыраған  “Асылы буйы” башҡорт халыҡ йыры фестивалгә йәм өҫтәне.

Килгән атай-әсәйҙәр араһында үҙенең эшен, һөнәрен ҙур һөйөү, талант менән башҡарған атайҙар һәм әсәйҙәр бик күп ине. Шуларҙың береһе 4-се лә уҡыған Шаймораттың атаһы Айрат Ҡарасов.  Республикала билдәле ҡурайсы, педагог, бик күп йәш ҡурайсыларҙы тәрбиәләгән, конкурстарҙа уңыштарға өлгәшкән шәхес, Ҡарас сәсәңдең данын бөгөнгө көндәрҙә лә дауам итеүсе атай сәхнәнән ҡурай моңон таратты.

Килгән ҡунаҡтар ҙа сәхнә түренән балаларға үҙҙәренең һүҙҙәрен еткерҙе.

  •  Һәр эште намыҫ менән башҡарырға, белемеңде тормошта ҡуллана белергә кәрәк. Ә бының өсөн мәктәп йылдарынан алып тырышып уҡыу, белем алыу зарур. Ниндәй һөнәр һайлайһығыҙ, шуның нескәлектәренә төшөнөгөҙ, шунда ғына кәрәкле белгес була алырһығыҙ. Эш тик ҡәнәғәтлек һәм бәхет килтерһен өсөн киләсәк һөнәрегеҙгә бөгөндән нигеҙ һала башларға кәрәк. Хеҙмәт менән ғүмер итеү – иң ҙур бәхет донъяла, шуны аңлағыҙ, балалар! – тип фекере менән бүлеште һәм балаларға киләсәккә нәсихәт бирҙе хөрмәтле ҡунағыбыҙ Нур Шаһисолтанов.

Эйе, хәҙмәт менән дуҫ булған кеше бер ҡасан да ас ултырмаҫ тәртипле, тәрбиәле булыр. Шуға ла бөгөндән киләсәгеңә нигеҙ ҡор, белем тауҙарына үрлә, хеҙмәт емешен таты, тип әйтәһе килә йәштәргә.

М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы мәғлүмәт үҙәге.

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +1 (from 1 vote)
просмотров: 0

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

13 − два =


Апрель 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Мар    
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30