Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 37

просмотров: 37

Хоҙай уны үҙе меңдәр араһынан һайлағандыр, моғайын, сөнки дүрт тиҫтә йыл самаһы тупланған эш стажының 25 йылы етәксе вазифаларында үтә – Ишембайҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт гимназияһында директор вазифаһына тиклем күтәрелеп, һуңынан инде баш ҡаланың 158-се Башҡорт гимназияһына идара итеү дилбегәһен ҡулына ала. “Халҡыма рәхмәт, баш ҡалаға рәхмәт, атай-олатайҙарҙың биргән ҡеүәт-мираҫына рәхмәт, сөнки үҙемдең яратҡан эшем менән шөғөлләнәм. Бик күп, быуын-быуын балаларҙың бәләкәй генә саҡтарынан алып ҙур шәхестәр булып үҫешкәненә шаһит булдым”, – тип башланы һүҙен бөгөнгө әңгәмәсебеҙ Гөлназ Ғафир ҡыҙы ӘХМӘҘИЕВА.

158-се гимназия Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөтә донъяға билдәле әҙип Мостай Кәрим исемен йөрөтә. Киләһе йылда уның тыуыуына 100 йыл тула. Ошо оло юбилейҙы ниндәй уңыштар менән ҡаршылайһығыҙ?

– Белем усағы был исемде, ысынлап та, ҙур ғорурлыҡ менән һәм лайыҡлы йөрөтә. Уҡытыусылар, ата-әсәләр инаныуы буйынса, әҙип рухы һаман да тел һағында тора һәм гимназиябыҙҙы ҡурсалай, яҡлай, һаҡлай. 11 йыл эшләү дәүерендә ул республиканың мәғариф системаһында үҙ йөҙө, үҙ урыны булған гимназияға әүерелде, тип әйтә алабыҙ. Беренсенән, беҙ, гимназияның Уставында нығытылғанса, үҙ баламды милли мөхиттә уҡытам, туған телен йәки туған тел булмағанда ла башҡорт телен өйрәнеүен теләйем, тигән атай-әсәйҙәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәбеҙ һәм конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырабыҙ. Хатта үҙҙәре башҡортса һөйләшмәгән башҡорттар ҙа балалары башҡорт телен белһен өсөн махсус рәүештә беҙҙең гимназияны һайлай. Шул уҡ ваҡытта башҡорт булмаған ғаиләләрҙән килгән балалар ҙа бар. Ундай атай-әсәйҙәр “Киләсәктә Башҡортостан мөхитендә уңышлы, бәхетле йәшәү өсөн, әлбиттә, балам башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухи ҡиммәттәрен белергә тейеш”, тип фекер йөрөтә.Тимәк, башҡа милләт атай-әсәйҙәре башҡорт йүнәлешле булыуын белһәләр ҙә, аңлы рәүештә алып киләләр балаларын был гимназияға?

– Эйе. Мәҫәлән, мәктәптең ата-әсәләр комитетын етәкләгән Марта Шамил ҡыҙы Юферова – алдынғы ҡарашлы, ике юғары белемле бик аҡыллы ханым, үҙе баш ҡалала үҫкән һәм Өфөнөң бөтә мөмкинлектәрен дә белә. Балаһын иң алдынғы гимназияға алып барып урынлаштырыу мөмкинлеге лә бар. Ләкин ул балаһы ошо республикаға исем биргән төп халыҡтың телен мотлаҡ белергә тейеш, тип һанай һәм һәр саҡ башҡорт телен яҡлап сыға, ғөмүмән, башҡорт гимназияһы мәнфәғәтен һаҡлау өсөн көрәшә.
Бөгөн ҡайһы бер атай-әсәйҙәр, йәнәһе, баламдың хәтере юҡ, шуға күрә ул урыҫ теленән өлгәшә алмай, тимәк, башҡорт теле уға ҡамасаулаясаҡ, тип, башҡорт телен өйрәнеүҙе ҙур проблема итеп күтәрергә тырыша. Ә ғалимдар әллә ҡасан иҫбатлаған: хәтерҙе үҫтереү өсөн иң яҡшы сара – икенсе сит телде өйрәнеү. Был ғилми яҡтан раҫланған, уны инҡар итеп булмай, әммә ҡайһы бер атай-әсәйҙәр шуны аңламай һәм балаларына дөрөҫ юл һайлай алмай. Баланың башын ҡатырырға кәрәкмәй, тип, киреһенсә, уның үҫешенә сикләү ҡуялар. Мин, тәжрибәле педагог булараҡ, шуны яҡшы беләм – баланы сифатлы мөхиткә урынлаштырыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Был мөхит ни тиклем күп ҡырлы булһа, үҫеш мөмкинлеге лә шул тиклем күберәк. Минеңсә, ата-әсәнең бурысы – баланың гендары аша һалынған, ата-әсәһе тарафынан бирелгән үҙенсәлектәрен иртәрәк асыҡлау. Был эш ни тиклем алдараҡ башҡарылһа, уның үҫеше шул тиклем һөҙөмтәлерәк буласаҡ. Шул уңышлыраҡ йүнәлеште бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып үҫтерергә кәрәк. Был педагогик тәғлимәт һәм уны ла инҡар итеп булмай. Әгәр ата-әсә мөхитте махсус рәүештә ярлыландыра икән, ул үҙе үк балаһының үҫешен тотҡарлай.

Мәғарифтағы етәкселек стажығыҙ ғына сирек быуат. Педагогик процестарҙы арҡырыһынан-буйына төшөнөп бөткәнһегеҙ. Әлеге ваҡытта мәктәптә, ниһайәт, һәр балаға индивидуаль ҡараш булдырыла башланы. Әйтеүегеҙсә, 158-се Башҡорт гимназияһында төрлө балалар уҡый, улар араһында барыһының да үҫеш һәм белем кимәле, аңлау дәрәжәһе бер төрлө түгел. Һеҙҙә бала менән индивидуаль эшләү мәсьәләһе нисек ҡуйылған һәм ул нисек алып барыла?

– Һәр балаға мотлаҡ рәүештә индивидуаль ҡараш булдырыуҙың төп талабы һәм уны тормошҡа ашырыу юлдары сер түгел: беренсенән, педагог – уҡытыусымы ул, тәрбиәсеме, түңәрәк етәксеһеме – юғары квалификациялы, тәрән белемле булырға һәм ошо белемде балаларға ҙур ҡыуаныс менән бирергә тейеш. Беҙ балаларҙы алты, ҡайһы берҙәрен биш йәштән әҙерлек курстарына ҡабул итәбеҙ. Шунда уҡ уҡытыусылар ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, һөйләшеп, сабыйҙарҙың психотип үҙенсәлектәрен (тынысмы йәки энергияһы ташып торамы һ.б.), характеристикаһын асыҡлап, ата-әсәнең ниндәй шарттарҙа уҡытырға теләүен белешеп, үҙҙәренә уҡыусылар һайлай. Ниндәй сирҙәргә дусар булған, йәки тыуған ваҡытта йәрәхәт (родовая травма) алмағанмы (был күрһәткес мөһим әһәмиәткә эйә), ниндәй параметрҙар менән тыуған – шуларҙы ла төрлө яҡлап өйрәнәбеҙ. Был иң беренсе аҙым. Икенсеһе – ныҡлы нигеҙле матди шарттар. Кабинеттар ата-әсәләр ярҙамында иҫ киткес итеп йыһазландырылды. Мәктәп 2006 йылда ул ваҡыттағы стандарттарға тура килгән бай база менән асылған, үҙебеҙ өҫтәмә аҡса эшләргә өйрәндек һәм ошо уңайлыҡтарға нигеҙләнеп, беҙ дәрестәрҙе юғары кимәлдә ойошторабыҙ. Бөтә кабинеттарҙа ла техник саралар бар. Һәр кабинеттан уҡытыусы интернетҡа теләгән ваҡытта инеп, кәрәкле мәғлүмәт ала, уны уҡыусыға бирә һәм уҡыусы ошо мәғлүмәт менән нисек эшләргә тейеш икәнлеген күрһәтә ала. Өсөнсө мәл, бая әйтеп киткәнемсә, баланың булмышын, үҙенсәлеген һәм һәләтен диагностикалау. Әлбиттә, был психологтар эшләй торған эш, ә беҙ ата-әсәләрҙән махсус тестар аша эшләтәбеҙ. Һөҙөмтә буйынса отошло йүнәлештәрҙе билдәләгәндән һуң, бик күп түңәрәктәр һәм өҫтәмә дәрестәр тәҡдим итәбеҙ. Әлеге ваҡытта 900 бала һыйҙырышлы бинала 1013 бала беренсе сменала белем ала, икенсе сменала 38 түңәрәк эшләй, улар Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса шәхестең үҫеше өсөн мотлаҡ булған 5 йүнәлеш буйынса алып барыла. Шул биш йүнәлештән балаға бушлай һәм түләүле бер нисә түңәрәк (6-8) тәҡдим ителә. Һәр бер гимназия, лицей, мәктәп инновацион уҡыу ойошмаһы тип һанала һәм түләүле нигеҙҙә өҫтәмә белем биреү эшмәкәрлеген алып бара.
Бик юғары һорау менән файҙаланған түңәрәктәр, мәҫәлән, художестволы гимнастика, ҡуртым иҫәбенә үткәрелә. Беҙҙең ундай кадрҙарыбыҙ юҡ, “Авангард” художество спорт клубы тренерҙары залды ҡуртымға алды, унда беҙҙең гимназиянан ғына түгел, баш ҡаланың башҡа райондарынан килгән балалар ҙа шөғөлләнә. Һөҙөмтәләр беренсе йылдан уҡ күренә башланы. 6-сы синыфта уҡыған ҡыҙыбыҙ Рәсәй кимәлендәге ярышта ҡатнашты. Ул беҙҙең был йүнәлештә тәүге йондоҙсоҡ. 5-се класта уҡыған Кристина Косихина – һуңғы 20 йыл эсендә беренсе тапҡыр Рәсәй йыйылма командаһына алынған, киләсәге өмөтлө тип һаналған Башҡортостан гимнасткаһы. Ундай йондоҙсоҡтарға мөмкинлектәр бирәбеҙ, мәҫәлән, Кристинаға индивидуаль уҡыу планы төҙөнөк, сөнки ул ярыштарҙа күп йөрөй, күнекмәләре бик тығыҙ, көн һайын шөғөлләнә. Үҙе лә бик тырыш, ҡасан буш ваҡыты килеп сыға – шул ваҡытта уҡый.
Тағы ла шундай формат бар – өйҙә уҡыу. Ул физик йәһәттән мөмкинлектәре сикләнеп, интеллектуаль яҡтан үҫеше юғары булған балалар өсөн ҡулайлы ысул. Йыл һайын бер нисә бала шул программа буйынса белем ала. Дистанцион белем биреүҙе индерәбеҙ, уҡытыусылар йөрөп тә уҡыталар. Шулай уҡ ҙур ғорурлығым – шашка буйынса республиканың бик күп чемпиондары, Тамара Танһыҡҡужинанан башлап, минең уҡыусыларым, мин эшләгән ике гимназия тәрбиәләнеүселәре, тиергә мөмкин. Әлеге көндә гимназияла өс чемпион – Кристина Осипова, Марсель Шәрәфетдинов, Айгизә Мөхәмәтйәнова уҡый. Кристина Осипова махсус рәүештә беҙҙәге шарттарҙы файҙаланып, юғары уңыштарға өлгәшеү өсөн әсәһе менән Ижевскиҙан күсеп килде. Уға ла индивидуаль уҡыу планы бирелде. Индивидуаль программа менән шөғөлләнеүселәр ҙә шул уҡ БДИ йәки ОГЭ тапшыра – был Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса дөйөм талап һәм барыһы өсөн дә мотлаҡ. Ә уҡытыусыларҙың бурысы (ул белемде дәрестә бирәме, дәрестән һуң өҫтәмә рәүештәме – мөһим түгел) – шул талаптарға яуап бирерлек итеп баланы әҙерләү.

Һеҙҙең гимназияла дүрт музей булдырылған икәнен беләбеҙ, уларға ла ҡыҫҡаса ғына күҙәтеү яһап алайыҡ, булмаһа…

– Белем усағы асылған йылда уҡ Мостай Кәрим музейы әҙиптең ҡыҙы Әлфиә ханым һәм улы Илгиз Мостафа улы, Киров районы хакимиәте ярҙамында булдырылған (етәксеһе – Фәйрүзә Үтәбаева). Ундағы уникаль экспонаттар баланың Мостай Кәрим ижадын, уның тормошон, бәләкәй генә ауыл малайының нисек итеп уңышлы булып китеү серен асыуға йүнәлтелгән. Ә бала саҡта күргән мәғлүмәт кешенең төпкө аңына һалына һәм күпмелер ваҡыт үткәс, мотлаҡ рәүештә килеп сыға, ниндәйҙер эҙләнеүгә, фекер төйнәүгә этәргес булып тора.
Икенсе музей – Мәрйәм Бураҡаева исемендәге уҡыу кабинеты (етәксеһе -Айгөл Игелекова). Ул Башҡортостандың мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, тарихын, фольклорын өйрәнеү өсөн булдырылған мөхит. Был ике уҡытыусы ла республика кимәлендә профессиональ конкурста лауреат булдылар, юғары категориялы белгестәр. Икеһе лә яңы сифаттағы дәреслек эшләүгә көс һалдылар, сөнки беҙҙең тел уҡытыу грамматикаһы бик ҡатмарлы, ә тел өйрәнеүҙең төп шарты – тел мөхите булдырыу. Киләсәктә лә бындай эшмәкәрлектә ҡатнашырға теләктәре ҙур, сөнки улар хәҙерге заман талаптарына ярашлы, балаға ниндәй йүнәлештә белем бирергә кәрәклеген белгән практик-уҡытыусылар. Һүҙ ыңғайы шуны ла әйтеп китер инем: әлеге ваҡытта, федераль исемлеккә инмәгән, тип, дәреслектәрҙе ҡулланыуҙы тыйҙылар. Улар башланғыс синыфтарҙа ғына бар, ә урта синыфтарҙа уҡытыусылар үҙенең профессиональ кимәленең юғары булыуы һәм башҡорт телен яратыуы, уны һаҡлап ҡалыу, үҙ алдына үҫтереү маҡсаты ҡуйыуы арҡаһында матур итеп уҡытыуҙы дауам итә. Шул уҡ Мәрйәм Бураҡаева исемендәге кабинетта фольклор түңәрәге эшләй. Төп дәрестәрен уҡытып бөткәндән һуң Айгөл Иршат ҡыҙы ҙур ихласлыҡ менән башланғыс синыф балалары менән шөғөлләнә.
Өсөнсө музейҙы Еңеүҙең 70 йыллығына арнап астыҡ. Ул “Хәрби дан музейы” (етәксеһе – Хәйҙәр Хафизов) тип атала һәм тарих кабинетында урынлашҡан. Унда ҡаһарман яугирҙар, шул иҫәптән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының батырлыҡтары, Миңлеғәли Шайморатов тураһында стендтар булдырылған. Балаларҙың эҙәрмәнлек эштәре – Советтар Союзы Геройҙары буйынса эшләгән папкалары урынлашҡан. Башҡорт яугирҙарының реконструкцияланған боронғо тимер кейемен, яу ҡоралдарын балалар үҙ күҙҙәре менән күреп, тотоп ҡарай. Ошо кабинетта тарих уҡытыла һәм дәрестәрҙән һуң тарихты реконструкциялау һәм тарихи туризм түңәрәктәре эшләй. Батырлыҡты, илһөйәрлекте һүҙ менән генә һөйләп аңлатып булмай, бала уны һәр күҙәнәге менән тойорға тейеш. Шуға күрә беҙ шундай ҡулланма характерҙағы түңәрәктәрҙе булдырҙыҡ та инде – тарих уҡытыусыһы тарихи мәғлүмәттәр биреү менән бер рәттән практика алып бара.
Дүртенсе – “Театр сәнғәте драматургияһы” музей-кабинеты үткән йылдың октябрь айында, Мостай Кәримдең тыуған көнөндә асылды һәм әҙиптең драматургияһы менән бер рәттән, дөйөм драматургияны сағылдыра. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, улар менән килешеү төҙөнөк. Ике театрға арналған стенд эшләнек. Уны йыһазландырыуға театрҙар үҙҙәре ярҙам итте. Ул стендтарҙа мәктәп программаһына ингән драма әҫәрҙәрендә иң шәп артистарыбыҙ башҡарған ролдәрҙән коллаж да эшләнгән. Дәрес ваҡытында уҡытыусы уларҙы күрһәтә, актерҙың тыуҙырған образы, уның йәмғиәттә баланың үҫешендә ниндәй һыҙаттарын ҡулланырға мөмкин икәнлеген билдәләп, дәрестәр үткәрә.
Шулай уҡ кабинеттың артҡы өлөшө сәхнә рәүешендә эшләнгән һәм беҙ унда флешмобтар ойошторабыҙ. Бигерәк тә башланғыс синыфтар килеп тулалар ҙа, кемуҙарҙан шиғыр һөйләйҙәр. Был да үҙенә күрә телде үҫтереү сараһы булып тора. Киләсәктә тағы ла инглиз һәм башҡорт телен үҫтереү буйынса формаль булмаған аралашыу кабинеты асырға ниәтләйбеҙ.

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһындағы Федераль законының 44-се статьяһының 3-сө өлөшөндә: “родители (законные представители) несовершеннолетних обучающихся имеют право выбирать до завершения ребенком основного общего образования с учетом мнения ребенка язык, языки образования, факультативные и элективные учебные предметы, курсы, дисциплины (модули) из перечня, предлагаемого организацией, осуществляющей образовательную деятельность”, – тиелә. Тимәк, бала беренсе синыфҡа уҡырға килгәндә уҡыу һәм уҡытыу телен һайлай ҙа, был һайлау дөйөм белем алыу, йәғни 9-сы синыфты тамамлағансы, үҙгәрмәй. Ни өсөн бөгөн шундай күренештәр барлыҡҡа килә: башҡорт гимназияһы икәнлеген белеп тә, балаһын ошонда алып килгән ата-әсәләр үҙҙәренең талабын ҡуйып, шау-шыу тыуҙырырға тырыша?

– Ысынлап та, һәр ата-әсә Устав, шулай уҡ локаль акттар менән таныша, был документтар сайтҡа ҡуйылған. Гимназияға тәү аяҡ баҫып кергән һәр ата-әсәне ҡабул итеп, шәхсән уларҙың барлыҡ һорауҙарына яуап бирәм, гимназияның үҙенсәлектәрен аңлатам. Урынбаҫарҙар, уҡытыусылар ҙа аңлатыу эше алып бара. Улар беҙҙе тыңлағандан һуң, гимназия буйлап йөрөп, танышып сыҡҡандан, дуҫ-иштәре, туғандары менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ғариза яҙа. Унда “баламды … синыфҡа уҡырға алыуығыҙҙы һорайым. Гимназияның Уставы, локаль акттары, шул иҫәптән телдәр тураһындағы положение менән танышмын һәм ризамын” тип ҡултамғаһын ҡуя. Шунан һуң да, башҡорт телен уҡытыуҙарын теләмәйем, тип ғариза яҙыуҙарҙы – ул, минеңсә, бола тыуҙырыу, тауыш, янъял ҡуптарыу һәм протест акцияһын махсус заказ менән эшләү күренеше тип ҡабул итәм. Йәшәү рәүешен, беҙҙең гимназияның эшләү нигеҙен ҡаҡшатыу өсөн ҡоролған махсус сара тип ҡарайбыҙ ундай хәлгә: ошонда эшләгән уҡытыусылар ғына түгел, мең баланың ата-әсәһе беҙҙең гимназия позицияһы яҡлы. Мин уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен. Сөнки ата-әсәләрҙең күптәре айыҡ аҡыл менән уйлап, балаһын беҙҙең гимназияға башҡорт телен тәрән итеп өйрәнеү маҡсаты менән алып килгән. Шул уҡ ваҡытта кемгәлер беҙҙең белем усағы талаптары, шарттары тура килмәй икән, уларға икенсе мәктәпте һайлау хоҡуғы ла бирелгән. Был хаҡта телдән дә әйтелде, яҙма рәүештә лә белдерелде. Ләкин улар мәктәпте алыштырырға теләмәй, ә үҙ туҡһандары туҡһан икәнен раҫларға тырыша. Әлбиттә, был хәл хәүеф тыуҙыра. Әгәр Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәрим исемен йөрөткән башҡорт гимназияһын һаҡлап ҡала алмайбыҙ икән, тимәк, тотош милли мәғарифтың бөгөнгөһө һәм киләсәге хәүеф аҫтында. Әммә республика етәкселеге оло әҙиптең юбилейы алдынан һәм һуңынан да быға юл ҡуймаҫ тип ышанғы килә. Башҡорт гимназиялары, мәктәп, лицейҙары йәшәргә тейеш һәм уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн беҙ көсөбөҙҙө йәлләмәйәсәкбеҙ.

Шулай итеп…
“Ғөмүмән, бөгөн баш ҡаланың мәғариф системаһында 130 мәктәп, гимназия, лицей булһа, шуларҙың 8-е – башҡорт, 2-һе татар гимназиялары, ҡалғандары барыһы ла рус телле. Улар араһында махсус йүнәлешлеләре лә бар – физика-математика, инженер, политехник, гуманитар, айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеү һ.б. Минеңсә, башҡорт белем усаҡтары күберәк булырға тейеш. Сөнки Өфө ҡалаһында йәшәгән халыҡ иҫәбенән сығып ҡарағанда, баш ҡалала 1 миллион 200 мең самаһы кеше йәшәй икән, тимәк, 10 мең самаһы кешегә бер белем усағы тура килә. Ә баш ҡалала башҡорттар 16 процентты алып тора икән, кәмендә 15 милли башҡорт мәктәбе булырға тейеш тип иҫәпләйем. Өфө ҙур территорияны биләй һәм башҡорт телен тәрәнәйтеп өйрәнергә теләгән балалар өсөн гимназиялар һәм лицейҙар, шулай уҡ башҡорт балалар баҡсалары етешмәй һәм йәмәғәтселектә шул турала һүҙ алып барырға кәрәк тип һанайым”, – тине Гөлназ Ғафир ҡыҙы әңгәмә барышында. Статистика менән бәхәсләшеүе ауыр, уның менән килешеү өсөн, тимәк, эшләргә лә эшләргә әле. 

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА
әңгәмәләште.

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +3 (from 3 votes)
просмотров: 37

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

5 × пять =



Ноябрь 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Окт    
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “Башкирская гимназия № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.