Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 0

просмотров: 0

Гимназиябыҙға аҙна һайын кемдер ҡунаҡҡа килеүе ғәҙәти күренешкә әйләнгән.14 апрель көнө театр сәнғәте менән тормоштарын бәйләгән ханымдар килеүе тураһындағы хәбәр гимназияны йәшен тиҙлеге менән урап сыҡты. Ә улар менән осрашыу мөмкинлеге социаль-гуманитар йүнәлештә уҡыусы 10б, 11б класс гимназистарына тейҙе. Бәхетле уҡыусылар тиҙ арала Драматургия һәм театр сәнғәте кабинет-музейына йыйылды. Шулай булмайса, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы Сәлимгәрәева һәм театр тәнҡитсеһе Айһылыу Сынтимер ҡыҙы Сәғитова көн дә гимназияға килеп тормай бит!
Уҡыусыларҙы ҡунаҡтар менән таныштырғас, тормошобоҙҙа театрҙың, театр сәнғәтенең тотҡан әһәмиәте тураһында һөйләшеү башланды.

Еще больше фото здесь


Ысынлап та, беҙ театрҙы ял итеү урыны тип күҙ алдына килтерәбеҙ. Тик ҡайһы ваҡыт тамаша кешеләр күңеленә үтеп инһен өсөн ҙур көс, хеҙмәт һалынғанын онотоп ебәрәбеҙ.Ниндәй генә һөнәр эйәһе ҡатнашмай был эштә! Режиссер, актерҙар, костюмдар тегеүсе, гримм һалыусы оҫталар, театр тәнҡитсеһе, композитор, рәссам, тәржемәсе, бейеү ҡуйыусы, реквизиттар эшләүсе һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләре ярҙамында спектаклдәр тамашасыға еткерелә.
Уҡыусыларҙың ҡунаҡтарға һорауҙары күп ине, сөнки үҙҙәре лә һөнәр һайлау алдында торалар, тиҙҙән оло тормошҡа аяҡ баҫасаҡтар. Һайлаған һөнәреңә нисек ғүмер буйы тоғро булырға тигән һорау күптәрҙе борсоғандыр. Ә ҡунаҡтарыбыҙ һайлаған һөнәренә тоғро булып ҡалғандар, киләсәк быуынды тәрбиәләргә ,кешеләр күңеленә дәрт һәм илһам бирергә , зиһендәрен байытырға, тормош ысынбарлығын теүәллегендә еткерер өсөн бар тырышлыҡтарын һалып, театр тормошо менән ҡайнап йәшәйҙәр. Улар- театрҙы бар итеүселәр. 
Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы гимназиябыҙ менән тығыҙ бәйләнештә. Театр түңәрәгендә шөғөлләнеүсе уҡыусылар менән башҡорт халҡының әкиәттәрен, эпостарын сәхнәләштерәләр Уның кәңәштәре уҡыусыларҙа сәхнәгә ҡарата һөйөү уята, ышаныслы аҙымдар менән алға барырға ярҙам итә.Һәр бала күңеленә асҡыс таба белә ул. Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы эшләгән Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ла уҡыусылар йыш була. Остаздары уйнаған ролдәрҙе үҙ итәләр.Быйыл был театр менән гимназиябыҙ араһында килешеү төҙөлдө. Драматургия һәм театр сәнғәте кабинет- музейында улар тураһында бик күп мәғлүмәт тупланған.Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә драма әҫәрҙәрен үткәндә гимназистар ошо мәғлүмәттәрҙе ҡуллана. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай ағайҙың театрҙа ҡуйылған һәр спектаклдәрен уҡыусыларыбыҙ ҡабат-ҡабат ҡарайҙар.Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы ла театр тормошонан ҡәнәғәт булыуын белдерҙе, актер һөнәренең үҙенсәлектәрен асып бирҙе.Уның тасуири итеп башҡарған шиғырҙары, поэмалары бер кемде лә битараф ҡалдырманы.Уҡыусылар ҙа үҙҙәренә оҡшаған өҙөктәрҙе уҡып ишеттерҙеләр. Башҡорт, рус телдәрендә яңғыраған өҙөктәр һәр кемдең күңеленә хуш килде.Миләүшә Сәйетбатталова, Карина Ульданова, Гөлназ Әхмәтйәновалар- гимназияның оҫта тасуири һөйләүселәре. Осрашыуға килеүселәр һөйләү сәнғәтенең дә кеше тормошонда мөһим икәнен билдәләп үттеләр. “Тау-тау хәбәрҙәр” тапшырыуының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Ғайсина Сафияға телевидениеға кастинг үткәндә тап ошо сифаты, һөйләй белеү оҫталығы ярҙам иткән. Нурҡаева Айгөл дә, киләсәктә кәрәк булыр тип, хәҙерҙән үҙендә ошо сифаттарҙы тәрбиәләй, ул Санкт Петербург телевидение мәктәбе уҡытыусыһынан оҫталыҡ серҙәренә өйрәнә. Һөйләй белеү-үҙе бер сәнғәт шул!
Икенсе ҡунағыбыҙ Айһылыу Сынтимер ҡыҙы- Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһының педагогы, шулай уҡ театр тәнҡитсеһе лә.Тәнҡитсе һөнәренә ҡайҙа уҡыйҙар, улар ниндәй эштәр башҡаралар, ниндәй фәндәрҙән имтихан тапшырырға кәрәк- былар тураһында ул уҡыусыларға ентекләп һөйләне. Айһылыу Сынтимер ҡыҙы һөнәренең һирәк һәм ҡыҙыҡлы икәненә баҫым яһаны.Яңы спектаклдәрҙе иң тәүгеләрҙән булып ҡарай ул. Улай ғына ла түгел, белеүебеҙсә,”Заманса драматургия һәм режиссура үҙәге” йыл һайын лабораториялар үткәреп тора. Бында Айһылыу Сәғитова тәнҡитсе, педагог булараҡ эшләй.Үҙәктең әһәмиәте ҙур.Пьессалар үҙәктә ҡарала, ошоноң аша сығып, театрҙа ҡуйыла.Тормош бер урында тормай бит, ул үҙгәрештәр кисерә, йәштәрҙең дә донъяға ҡарашы үҙгәреп тора. Шуға уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерҙәй спектаклдәр кәрәк.Лаборатория ошо юҫыҡта эшләй.Эҙләнеүсән, үҙ өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләүсе, заман һулышын тойоп, тормош менән бергә атлаусы, янып йәшәүсе Айһылыу Сынтимер ҡыҙын бик оҡшатты уҡыусылар.Һорау артынан һорау тыуып ҡына торҙо, ә ҡунаҡтар ихлас итеп яуап бирҙеләр.Шундай йәнле һөйләшеүҙәрҙәр ойошторолғанда, билдәле шәхестәр менән осрашҡанда уҡыусылар күңеле тағы ла матурлана, сафлана, минеңсә. Ҡунаҡтарға музыкаль күстәнәс тә әҙерләнгәйне. 5-се класс уҡыусыһы Камила Йосопова башҡорт халыҡ йыры “Асылыҡай буйы” йырын уларға бүләк итте.
Мостай Кәримсә, театр йәштәр өсөн осрашыу, һөйөшөү урыны булһын. Театрҙы , сәнғәтте һөйөүселәр күңелендә боҙоҡлоҡҡа урын юҡ.
Осрашыу балалар күңелендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы.Иҫтәлеккә фото төшкән саҡта ла уҡыусылар ҡунаҡтарға һоҡланыуҙарын йәшермәнеләр.Тағы ла осрашырға һүҙ биреп таралыштылар.

 

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: 0 (from 0 votes)
просмотров: 0

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

четыре × три =

Апрель 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Мар    
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30