Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 0

просмотров: 0

М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында  ата-әсәләрҙең дөйөм йыйылышы үтте.

Ата-әсәләр йыйылышын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, Өфө ҡалаһы хакимиәте ойошторҙо. Бөгөн ҡанундар бала үҫтерергә ғаиләләргә киң мөмкинлектәр аса, тик уларҙы дөрөҫ, уңышлы итеп файҙалана белеү генә мотлаҡ, тип билдәләнде сығыш яһаусыларҙың телмәрендә.

”Федераль закон буйынса, Башҡортостан закондары буйынса күп хоҡуҡ бирелгән. Ата-әсәләр бөгөнгө көндә үҙ балаларын ниндәй телдә, ниндәй йүнәлештә уҡытыуҙы хәл итә, мәктәпкә барып төрлө һорауҙар күтәрә ала. Шуға бөгөн уларҙы йыйып, закон рәүешендә ниндәй эштәр башҡара алғандарын аңлаттыҡ. Өфө ҡалаһында ата-әсәләр комитетын төҙөү һорауын ҡараныҡ. 1 сентәбргә күп ғаризалар йыйып балаларыбыҙҙы башҡорт телендә уҡытырбыҙ, тип өмөт итәбеҙ”, – ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов.

Баш ҡаланың ата-әсәләр комитетын төҙөү тәүге тәжрибә түгел, марттан республика буйынса ошондай уҡ ойошма эшләп килә. Комитет азалары район-ҡалалар буйынса осрашыуҙар уҙғара, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ итә.

Сарала шулай уҡ ата-әсәләрҙең хоҡуҡтары хаҡында һүҙ барҙы, баш ҡаланың махсус комитетын ойошторорға хәл ителде. Йыйылышта ҡатнашыусы һәр кем үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, белем биреү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә алды.

Конференция һуңында тел, милләт мәсьәләләренә ҡағылышлы проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында Ҡала ата – әсәләр комитеты ойошторолдо, уға ағзалар һайланды. Был бурысты мәктәп иңенә генә атҡарып ҡуйырға ярамай. Һәр кемдә туған теле, халҡы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо булырға тейеш. Был мәсьәләгә ҡарата милләттәштәребеҙҙең берҙәм булыуы ҡыуандырҙы.

М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының мәғлүмәт үҙәге.

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +1 (from 1 vote)
просмотров: 0

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

20 − 9 =

Апрель 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Мар    
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30