Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 33

просмотров: 33

Һәр яҙ  һайын баш ҡалабыҙҙы сүп-сарҙан таҙартыу буйынса ойошторолған экологик өмәләр йолаға әүерелде. Берҙәм өмәләр ярҙамында тирә-яҡ таҙарына, ҡалабыҙ күркәмләнә.

Быйыл да ҡалабыҙҙа тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу, урамдарҙы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү айлығы иғлан ителде һәм ул “Төҫлө өмәләр” проекты сиктәрендә үтә. Был юлы күләмле сара ғаилә һәм ирекмәндәр йылына арналды.

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ла был сараға дәррәү ҡушылды. Көн торошо ла, өмә үткәреүгә фатиха биргәндәй, ҡояшлы, йылы булды. Иртәнән алып уҡыу йорто алды шау-шыуға күмелде. Уҡыусылар  ҡулдарына көрәк, тырма, һепертке алып, мәктәптең тирә-яғын һәм уның эргәһендәге урамдарҙы сүптән таҙалау эшенә тотондо. Егеттәр ҡар ташлаһа, ҡыҙҙар сүп-сар йыйҙы. Һәр кем был эшкә етди һәм яуаплы ҡараны, сөнки уҡыусылар шуны аңлай – тирә-яҡтың таҙалығы – беҙҙең ҡулда. “Йәшәгән дөйөм өйөбөҙ, йортобоҙ таҙа булһа, күңелдәребеҙ ҙә сафланыр, яҡтырыр, йәшәүе күңеллерәк булыр”, – ти уҡыусылары менән берҙәм булып сүп-сар таҙалаусы 10б класы етәксеһе Гөлниса Мәхийәнова.

Саф һауала хеҙмәт менән булышыу – үҙе үк күңелле ял. Ә берҙәм көс менән башҡарылған өмәләр уҡыусыларҙа хеҙмәткә һөйөү уята. Шәмбе өмәһенән һуң гимназиябыҙҙың тирә-яғы таҙарынып ҡалды.

– Был өмәләр ҡалабыҙҙы йәмләндереүҙә бик мөһим. Ҡала халҡы шуны аңлаһын ине: ҡайҙа сүпләмәйҙәр – шунда таҙа була, йәки ҡайҙа етте, шунда сүп-сар ташламаһаҡ, йәшәүе лә еңелерәк, урамдарҙан атлауы ла күңеллерәк булыр. Экологик мәҙәниәтебеҙ хаҡында йышыраҡ уйланһаҡ ине, – ти белем усағының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гүзәл Иманғолова.

Киләһе шәмбеләрҙә лә бындай экологик өмәләр дауам итәсәк. Тирә-яҡ менән бергә кешеләрҙең күңелдәре лә таҙарһын, пакланһын ине.

М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы мәғлүмәт үҙәге.

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +3 (from 3 votes)
просмотров: 33

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

пятнадцать − одиннадцать =



Декабрь 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Ноя    
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “Башкирская гимназия № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.