Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 1

просмотров: 1

12 апрелдә, Космонавтика көнөндә, гимназиябыҙҙа йыһан, космонавтар темаһында арналған класс сәғәттәренән тыш, балаларҙы милли рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән мәртәбәле сара уҙғарылды – башланғыс кластар уҡыусылары милли сәнғәт, милли музыка ҡоралдары донъяһына ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм әһәмиәтле сәйәхәт ҡылды. Гимназиябыҙҙа ҡунаҡта Баймаҡ ҡалаһынан картиналар күргәҙмәһе һәм музыка программаһы менән  Зөлхизә һәм Зәбир Теүәлевтарҙың ижади төркөмө  булды.

Зәбир Теүәлев – пейзаждар төшөрөүсе рәссам, Урал аръяғы рәссамдары союзы ағзаһы бәләкәй тамашасыларға үҙенең “Һаумы, яҙ!” картиналар күргәҙмәһен тәҡдим итте. Әйтергә кәрәк, тәбиғәтте һынландырған был картиналар үҙенең сағыу, йәнле төҫтәре менән һәр кемдең иғтибарын йәлеп итерлек.

Программа етәксеһе Зөлхизә Мирсәйет ҡыҙы милли музыка ҡоралдары тураһында балаларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ итерлек матур әңгәмә ойошторҙо. Йәнле әңгәмә берсә уйынға күсеп китте, берсә музыкаль номерға әүерелде. Алып барыусы бик ентекле итеп башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары – ҡыл-ҡумыҙ, думбыра, ҡурай тураһында һөйләне, уларҙың үҙенсәлектәре менән таныштырҙы, ә уҡыусылар Халыҡ-ара конкурстар лауреаттары башҡарыуында был инструменттарҙың көйҙәрен мөкиббән тыңланы. Бынан тыш милли ҡоралдар менән берлектә гитара, ҡалаҡтарҙы бер-береһенә һуғып уйнау яңғыраны.

Балаларҙы миллилеккә әйҙәүҙә бындай саралар, һис шикһеҙ, мөһим. Улар халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, йәшәйешен, үҫешен, ғөмүмән, бар булмышын күҙ алдына килтерергә, тарихыбыҙға алыҫтан булһа ла ҡағылырға мөмкинлек бирә.

Ә инде бөгөнгө осрашыуҙан уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа бик ҡәнәғәт ҡалды. Йәнле ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарағанда киләсәктә, бәлки тап ошо матур сара малайҙарға һәм ҡыҙҙарға милли музыка ҡоралын ҡулға алырға ынтылыш бирер, тигән өмөт ҙур.

 

М. Кәрим ис. 158-се Башҡорт гимназияһы мәғлүмәт үҙәге.

 

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: 0 (from 0 votes)
просмотров: 1

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

20 − 20 =

Апрель 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Мар    
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30