Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 64

просмотров: 64

Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында мәҙәни тормош көн һайын “ҡайнай”. Уҡыусыларға белем эстәү генә түгел, рухи, әхлаҡи яҡтан да үҫеү мөһим, ти мәҙәни сараларҙы ойоштороуға күп көс һалыусы гимназияның тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гүзәл Иманғолова.

Ошо көндәрҙә гимназиябыҙҙың 9, 10, 11-се класс уҡыусылары Мәжит Ғафури исмендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың төп әҫәрҙәренең береһе – “Ҡара йөҙҙәр”  спектаклен ҡараны.  Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури повесы буйынса сәхнәләштерелгән спектаклде театрҙың йәш актерҙары уйнаны. Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов.

Үлемһеҙ әҫәрҙе ижади коллектив сәхнәлә түгел, тамашасы залында уйнаны. «Ҡара йөҙҙәр» – барыһынан да алда мөхәббәт трагедияһы түгел, ә саманан тыш ауыр әхләҡи-психологик шарттарға дусар ителгән ябай кеше трагедияһы хикәйәләнеүен сағылдырған спектакль.

“Ҡара йөҙҙәр” повесы нигеҙендә әҙиптең бер туған апаһы Сафияның аяныслы яҙмышы ята. Сафияны йәшләй үҙе яратмаған кешегә кейәүгә бирәләр. Уның ирекһеҙ тормошо, ярты йылдан һуң тыуған йортона ҡайтып вафат булыуы буласаҡ шағирҙың күңелендә тетрәндергес ваҡиға булып уйыла һәм «Ҡара йөҙҙәр» повесының нигеҙен тәшкил итә.

Уҡыусылар спектаклде ҡарауҙан ҡәнәғәт ҡалды, һәр береһенең күңелдәре тулышҡайны, хатта күптәрҙең күҙ йәштәре эркелгәйне. Улар актерҙарҙың шундай юғары кимәлдә уйнауына, кеше яҙмыштарын матур итеп кәүҙәләндерә алыуҙарына һоҡланыуын йәшермәне. Спектакль тамамланыу менән йәш тамашасылар актерҙар менән яҡындан аралаша алды, күмәкләп фотоға төштө.

М. Кәрим ис. 158-се Башҡорт гимназияһы мәғлүмәт үҙәге.

 

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +3 (from 5 votes)
просмотров: 64

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

12 − 3 =


Февраль 2019
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Янв    
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “Башкирская гимназия № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2019. All Rights Reserved.