Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 33

просмотров: 33

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар – ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә үҙең бел инде…

Шиғыр юлындағыса, тап шундай – береһенән береһе сибәр, һөйкөмлө, наҙлы ҡыҙҙар “Гимназия һылыуҡайы – 2018” конкурсында матурлыҡта көс һынашты. Конкурстың 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө байрамы алдынан үтеүе сараға уғата йәм өҫтәне. Матурлыҡ бәйгеһенә 6 уҡыусы ҡыҙ сыҡты – 8В класынан Фидәлиә Әхмәтйәнова, 9В класынан Дарья Земскова, 10А класынан Аделина Әхмәтшина, 10Б класынан Айгөл Нуркаева, 10В класынан Алина Саркиева, 11А класынан Әлмира Бәширова.
Үҙең менән таныштырыу, һорауға яуап, музыкаль эш, дефиле кеүек бәйгеләрҙә һәр ҡыҙ үҙенең, һәләттәрен күрһәтте. Ҡыҙҙарҙың матур итеп йырлай ҙа, һығылмалы итеп бейей ҙә, тасуири итеп шиғыр ҙа һөйләй, оҫта итеп музыкаль ҡоралда ла уйнай икәндәре асыҡланды.
Бәйгеләр тамамланғас, жюри үҙенең баһаһын да сығарҙы. Йыйылған баллдар һөҙөмтәһендә, “Мәктәп һылыуҡайы – 2018” конкурсының Гран-прийына 11А класынан Әлмира Бәширова лайыҡ тип табылды. Уға тантаналы рәүештә еңеүсе тажы кейҙерелде.
Башҡа ҡыҙҙар “Наҙлылыҡ”, “Һөйкөмлөлөк”, “Тамашасы һөйөүе”, “Матурлыҡ”, “Артислыҡ” номинацияларында билдәләнде. Һылыуҡайҙар барыһы ла йомшаҡ уйынсыҡтар менән бүләкләнде.
Афарин, ҡыҙҙар!!!
Гел матур, һөйкөмлө, инсафлы, итәғәтле булып ҡалығыҙ!

М. Кәрим ис. 158-се башҡорт гимназияһы пресс-үҙәге.

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +5 (from 5 votes)
просмотров: 33

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

16 + 15 =



Октябрь 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Сен    
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “БГ № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.