Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 58

просмотров: 58

Ныҡлы, ишле ғаилә – һәр дәүләттең нигеҙе, уның йылдам үҫешен тәьмин итеүсе терәге. Ғаилә ҡороуға, уны хәстәрләүгә, балалар тәрбиәләүгә дөрөҫ ҡараш булған йәмғиәт кенә сәләмәт була ала. Шуға ла беҙҙең илебеҙҙә ғаилә ҡиммәттәрен данлауға, ғаилә институттарын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Йәштәр мәлендә ғаилә ҡорһон, матур донъя көтһөн өсөн бөгөн барлыҡ шарттар ҙа бар, уларҙы тик күрә белергә һәм дөрөҫ файҙаланырға ғына кәрәк.

Ғаилә, балалыҡ, тәрбиә, мәктәп – бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Балаға ғаилә ҡиммәттәре сабый саҡтан уҡ һеңдерелә башлай, һуңынан был эш белем усаҡтары менән берлектә башҡарыла. Арабыҙҙа өлгөлө ғаиләләр бихисап, уларға ҡарап, һоҡланырға, ғорурланырға һәм өлгө алырға мөмкин. Яҡшы ғаилә һәр саҡ яҡшылыҡ тарата, башҡаларҙы ла яҡтыға өндәй.

Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү эше әүҙем алып барыла. Быйылғы йылды Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителеүен иҫәптә тотоп, белем усағында “Ғаилә ҡиммәттәре фестивале” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Фестиваль февраль айынан старт алды һәм беренсе этабында ғаиләлә атай абруйын үҫтереүгә йүнәлтелде. Икенсе этабы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан ойошторолдо.

“Бала шатлығы – әсә шатлығы” тип аталған фестиваль әсәйҙәрҙе, өләсәйҙәрҙе данланы. Мәртәбәле сараға һәр кластан күркәм ғаиләләр саҡырылғайны. Ҡунаҡтар тәүҙә асыҡ класс сәғәттәрендә ҡатнашты. Унда әсәйҙәр-өләсәйҙәр үҙҙәре менән таныштырҙы, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты, уҡыусыларға теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ әсәйҙәргә бағышлап, презентациялар күрһәтелде. Осрашыу бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Уҡыусылар һорауҙарын бирҙе, яуаптарҙан фәһем алып ултырҙы.

Класс сәғәттәренән һуң барыһы ла әсәйҙәргә бағышлап ойошторолған рәсемдәр күргәҙмәһен ҡарай алды, ә һуңынан тантаналы концертҡа саҡырылды. Тамашаны алып барыусы ете егет барыһының да күңелен әсир итте. Улар гимназияға килгән ҡунаҡтар – матур ғаиләләр менән таныштырып үтте. Ҡунаҡтар араһында оҙаҡ йылдар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы мөдире булып эшләүсе, Дим биҫтәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Күңел баҡсам” китабы авторы  Илүзә Ғәйнуллина, филология фәндәре докторы, профессор, бик күп монографиялар, әсбаптар һәм методик ҡулланмалар авторы Миңһылыу Усманова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты Фәниә Сынбулатова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы Венера Ғәлимова, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, гимназиябыҙ уҡытыусыһы Светлана Аҙнағолова, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы Сания Ишбулатова,  шағирә, актриса, продюсер Светлана Шәрипова, сағыу, әүҙем әсәләрҙең береһе Айгөл Хазиева һәм Фидания Әхмәтйәнова бар ине.

Тантананы асып, гимназиябыҙ етәксеһе Гөлназ Ғәфир ҡыҙы барыһын да сәләмләне һәм ошо сараға килгән матур ғаиләләр менән һоҡланыуын белдерҙе. “Балалар ғаилә өлгөһөндә, эшһөйәр ата-әсәләр миҫалында тәрбиәләнергә тейеш”, – тине ул.

“Легенда”, “Дуҫлыҡ” ансамблдәренең сығыштары, Фидәлиә Әхмәтйәнова, Ангелина һәм Кристина Ғафароваларҙың йырҙары сараны күркәмләндерҙе. Ҡунаҡтарыбыҙ ҙа күстәнәсһеҙ килмәгән – Светлана Шәрипова, Сердар Оразмуратов үҙҙәренең башҡарыуында йыр бүләк иттеләр. Өләсәйҙәр исеменән уҡыусыларҙы Илүзә Ғәйнуллина, Миңһылыу Усманова һәм Фәниә Сынбулатова тәбрикләне. Улар ошондай сараларҙың үтеүенә һоҡланыуын йәшермәне, ғаилә ҡиммәттәрен тәрбиәләүҙең мөһимлеген билдәләне.

– Ҡатын-ҡыҙ – ул донъяның һигеҙенсе мөғжизәһе! – тип һығымта яһаны сәхнә түренән алып барыусы егеттәр. Был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел. Сөнки тереклек тормош бүләк итеүсе ҡатын-ҡыҙҙан, әсәнән башлана. Ғаиләнең терәге лә – ул Әсә кеше.

“Әсәй” – тиеп телем асылған!

“Әсәй” – тиеп юлға сығылған!

“Әсәй” – тиеп бәхет табылған!

“Әсәй” – тиеп урап ҡайтылған! – тип тә тиккә генә әйтмәгән бөйөк даһиҙар.

Был көндө барыһы ла өлгөлө ғаиләләге әсәйҙәр миҫалында ғаилә ҡиммәттәренең бер өлөшөн асыҡлауға иреште, тиһәк хата булмаҫ. Яҡшы өлгө яҡшылыҡ сәсә, тигәндәй, бөгөнгө сарабыҙ ҙа балаларға матур бер тәрбиә осҡонон һалһын, күңелдәрен сафландырһын һәм яҡты уйҙар, маҡсаттар уятһын!

М. Кәрим ис. 158-се башҡорт гимназияһы пресс-үҙәге.

 

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +3 (from 3 votes)
просмотров: 58

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

десять − 7 =



Сентябрь 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Авг    
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “БГ № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.