Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 47

просмотров: 47

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Ватанды һаҡлаусылар байрамына арнап,  урта кластар араһында хәрби-спорт эстафетаһы ойошторолдо.

Беҙҙә, башҡорттарҙа, Ватанды һаҡлау тигән төшөнсә айырыуса оло мәғәнәгә эйә. Илебеҙгә, бөйөк Рәсәйебеҙгә, ниндәй генә бәлә-ҡаза килмәһен, ниндәй генә яу ябырылмаһын, кем генә һөжүм итмәһен, ата-бабаларыбыҙ аттарына ултырып, ҡулдарына ҡылыс-хәнйәрҙәрен алып, дошмандарға ҡаршы яу сапҡан, тыуған еребеҙҙе баҫҡынсыларҙан һаҡлаған. Шуға ла халҡыбыҙҙа тыуған илгә ҡарата һөйөү, уны ҡәҙерләү хисе бигерәк тә көслө. Ватанды һаҡлау хисе һәр кемебеҙҙә бала саҡтан башлап тәүҙә ғаиләлә, һуңынан мәктәптә, артабан йәмғиәт интитуттары менән берлектә  тәрбиәләнә. Патриотик мөхит булдырғанда ғына киләсәк быуын ошо рухта үҫә ала, шул саҡта ғына уларға “тыуған илде һаҡлау”, “бурыс”, ”намыҫ” тигән төшөнсәләр һеңә. Шөкөр, үҫеп килгән быуынды һәр заман аҡһаҡалдары тәнҡит утында яндырһа ла, улар ышанысһыҙ түгел, киреһенсә, улар яҡшыраҡ, тиһәк тә хата булмаҫ.

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында, Ватанды һаҡлаусылар эстафетаһын дауам итеп, бөгөн урта кластар – 5 – 7 кластар араһында үткән хәрби-спорт бәйгеһе лә  үрҙәге  фекергә ҡеүәт өҫтәй.

Гимназияның спорт залында йыйылған уҡыусыларҙы белем усағының директоры Гөлназ Ғәфир ҡыҙы Әхмәҙиева тәбрикләне, байрам менән ҡотлап, эстафетала уңыштар теләне. Шулай уҡ ул, форсаттан файҙаланып, гимназия ҡатын-ҡыҙҙары исеменән бында эшләүсе ир-егет уҡытыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотлап үтте.

Бәйге башланды. 5, 6, 7-се кластар уҡыусыларынан төҙөлгән командалар үҙҙәре менән таныштырҙы – команда исеме, девизы, йыры яңғыраны, марш менән атлау күрһәтелде. Артабан уларҙы төрлө һынауҙар көтә ине. “Саперҙар” уйынында тиҙлеккә ҡармаҡ менән гранаталарҙы йыйыу, “Снайперҙар”ҙа мәргәнлек, “Санитарҙар”ҙа медицина күнегеүҙәре, викторинала хәрби белем һыналды. Бынан тыш иң ҡыҙығы – арҡан тартыш булғандыр. Бында таһыллылар, көс-ҡеүәтлеләр беренсегә сыҡты. Командаларҙың көйәрмәндәре лә үҙҙәренең бәйгеселәре өсөн көйҙө. Мауыҡтырғыс бәйгеләрҙән спорт залы мәж килде. Барлыҡ этаптар үтелде, жюри балдарҙы һананы һәм бер һөҙөмтәгә килде.

Эстафетаның йомғаҡтары буйынса I урынды 6В  класы яуланы. II урынға 6А класы сыҡты. III урынды 5Б, 5В, 6Б кластары бүлеште.  5А, 7А, 7Б кластары әүҙем ҡатнашҡандары өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Командаларға диплом һәм татлы тәмлекәстәр таратылды. Ғәҙел уйындарҙан һәр кем дә ҡәнәғәт таралды.

Ватанды һаҡлау – ир-егеттең төп бурысы. Хатта ки, кәрәк булһа, ул үҙен  аямай, йәнен фиҙа ҡылырға тиклем әҙер булырға тейеш. Тыуған илде шартһыҙ һөйөү, әрме хеҙмәтенә намыҫлы ҡарау – бына нимә тәрбиәләнә ошондай саралар ярҙамында.
М. Кәрим ис. 158-се башҡорт гимназияһы пресс-үҙәге.

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +6 (from 6 votes)
просмотров: 47

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

7 − 5 =



Октябрь 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Сен    
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “БГ № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.