Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 3

просмотров: 3

Гимназиябыҙҙа “Һаумы, һаумы, әкиәт” бәйгеһе үтте.
Әкиәт – бала саҡтың иң сағыу өлөшө. Уның ярҙамында кеше яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға өйрәнә, тылсымға һәм мөғжизәгә ышана. Уның тәрбиәүи ролен шаҡтай оло булыуын иҫәптә тотоп, 15 февралдә гимназиябыҙҙа башланғыс кластар ҡатнашлығында “Һаумы, һаумы, әкиәт” бәйгеһенең мәктәп этабы үтте.
Конкурстың шарттары буйынса, кластар, бәйгегә алдан әҙерләнеп, бер әкиәтте сәхнәләштерергә йәки әкиәтте яттан тасуири һөйләү оҫталығын күрһәтергә тейеш ине. Уҡыусылар сығыштарын ентекләп әҙерләгән һәм һәр ҡайһыһы үҙ ролен мөкиббән башҡарҙы, тиһәк тә һис арттырыу булмаҫ. Ҡуян, бүре, айыу, төлкө, сысҡан, эт, бесәй, әбей, бабай һәм башҡа әкиәт персонаждары сәхнәлә килешле итеп күрһәтелде, хатта һәр кеменең холоҡ-фиғеле лә йәтеш итеп һынландырылды. Әлбиттә, саҡ ҡына текстарын онотоп киткән мәлдәрһеҙ ҙә булманы, уныһы аңлашыла – сәхнә бит ул – ҡаушаттыра, тулҡынландыра.
Сәхнәнән башҡорт халыҡ әкиәттәре генә түгел, башҡа халыҡ ижадтары ла яңғыраны. Уҡыусыларҙың оҫталыҡтарына, зирәклектәренә ҡарап, уларыға, афарин!, тип кенә әйтәһе ҡала.
Сығыштарҙы ентекле баһалап ултырған жюри бәйге һуңында үҙенең ҡарарын да сығарҙы.
Коллектив сығыштар буйынса:
I урынға – 3 “б” класы “Тапҡыр ҡыҙ” башҡорт халыҡ әкиәте (класс етәксеһе – Әлмира Сәйфуллина) һәм 3 “а” класы “Маҡтансыҡ ҡуян” башҡорт халыҡ әкиәте менән (класс етәксеһе – Рәғиҙә Зәйнуллина),
II урынға – 1 “б” класы “Шалҡан” әкиәте менән (класс етәксеһе – Миңнура Әминева),
III урынға – 3 “г” класы “Оло йөрәкле ҡуян” әкиәте менән (класс етәксеһе – Лилиә Дауытова) лайыҡ тип табылды.
Айырым сығыш яһаусылар араһынан I урынды – Ильяс Ә. (класс етәксеһе – Гөлназ Моратова), II урынды – Мәҙинә Х., Тамьян С., III урынды – Әминә Я. (класс етәкселәре – Әлмира Сәйфуллина), һәм тағы ла бер III урынды – Латифа Б.(класс етәксеһе – Эльмира Шакирова) яуланы.
Еңеүселәр артабан үҙҙәренең көсөн ҡала этабында һынаясаҡ. Уңыштар уларға!

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: 0 (from 0 votes)
просмотров: 3

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

4 × 2 =


Февраль 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Янв    
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “БГ № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.