Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 32

просмотров: 32

158-се Башҡорт гимназияһында Ғашиҡтар көнөнә арнап “Бирешмә” төркөмө концерт ҡуйҙы.
Ғүмерлеккә ғашиҡ булдым һиңә,
Һәр бер һулышыңды тоямын.
Һөйҙөң дә һин, һөйҙөрә лә белдең,
Тик һаман һин минең хыялым.
– тип изге хискә – мөхәббәткә дан йырлаған бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим. Уның һүҙҙәре менән ризалашмау мөмкин дә түгел, мөхәббәт бит ҙур көскә эйә, ул Кешене йәшәтә, йөрөтә, ҡанатландыра, дәртләндерә, илһамландыра.
“Мөхәббәт” төшөнсәһен йәнә аныҡлап, 158-се Башҡорт гимназияһында Ғашиҡтар көнөнә бағышланған күркәм сара ойошторолдо. Гимназиябыҙҙың тамаша залында уҡыусылар өсөн “Бирешмә” төркөмө концерт менән сығыш яһаны. Күптән түгел барлыҡҡа килгән төркөм “йондоҙҙары” үҙҙәренең йырҙары менән барыһының да күңелен асты, кәйефтәрен күтәрҙе.
Әйткәндәй, “Бирешмә” составы – Гәлсәр Байғусҡарова, Гөлгөнә Баһауетдинова, Хәйҙәр Вәлиев, Данир Ғимаҙиев йәштәргә яңыраҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша күрһәтелгән “Бирешмә” үҫмерҙәр телевизион сериалы аша яҡшы таныш. Киносериал аша оҡшатып, яратып өлгөргән йәш артистарҙың һәр йырын тамашасылар дәррәү алҡышланы.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Хәйҙәр Вәлиев 158-се Башҡорт гимназияһынының элекке уҡыусыһы, был көндө уға гимназияла сығыш яһауы икеләтә ҡыуаныслы.
Киносериал йырҙарынан концерт мөхәббәткә, һөйөүгә арналған ҡыҙыҡлы викторина, башватҡыстар, күңелле уйындар менән аралашып барҙы. Иң отҡор, зирәктәр конкурстар һөҙөмтәһе буйынса кинотеатрға билеттар менән бүләкләнде.
Тамаша йөкмәткеле, фәһемле һәм дә күңелле үтте. Уҡыусылар был көндө күп яҡлы мөхәббәт тойғоһоноң тағы бер серен асҡандыр, күңелдәрен байытҡандыр, тип ышанғы килә.

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +1 (from 1 vote)
просмотров: 32

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

пятнадцать − четыре =



Сентябрь 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Авг    
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “БГ № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.