Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 107

просмотров: 107

Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында “Ашҡаҙар” радиоһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу ойошторолдо. Сара бик фәһемле булды.Һөнәр һайлау алдында торған уҡыусылар журналист, телевидение һәм радио дикторҙары һөнәре, уларҙың эш үҙенсәлектәре менән танышты.”Ашҡаҙар” радиоһы 8 йыл элек кенә ойошторолоуына ҡарамаҫтан, бында берҙәм коллектив тупланған. Тәжрибәле алып барыусылар- Фәнүзә Баһауетдинова, Урал Ниғмәтуллин, Зөмәйрә Сафина беҙҙе үҙҙәренең моңло йырҙары менән һоҡландырҙы.Мәктәп программаһына ингән “Атай икмәге ” хикәйәһе авторы Фәрзәнә Аҡбулатова журналист һөнәренең ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.Шулай уҡ ул үҙенең ижады тураһында һөйләне, яҙыусы булыу серҙәре менән бүлеште.Әҙәбиәт һөйөүселәр араһында викторина үткәреп, әүҙем уҡыусыларға китаптарын бүләк итте.Зилиә Шәймәрҙәнова ла уҡыусылар араһында төрлө уйындар ойошторҙо. Еңеүселәр радионың логативы ҡуйылған кепкалар, футболкалар, ручкалар алып шатландылар, иң шәптәре “Алтын мираҫ” исемле дискыларға эйә булдылар.Осрашыу тураһында БСТ каналы һәм “Тамыр” студияһы хеҙмәткәрҙәре сюжет эшләп күрһәтте.Был осрашыуҙан һуң радионың дуҫтары артҡандыр тибеҙ, сөнки сарала ҡатнашыусылар күңелдәренә дәрт алып таралыштылар.”Ашҡаҙар” моңло көйлө радиоһына уңыштар теләйек!

Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

VN:F [1.9.22_1171]
Rating: +1 (from 1 vote)
просмотров: 107

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

десять + два =


Апрель 2019
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Мар    
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930