Get Adobe Flash player
Версия для слабовидящих
Официальный интернет-портал правовой информации
просмотров: 1

просмотров: 1
2 февраль – Рәсәйҙә Хәрби дан көнө, немец-фашист ғәскәрҙәрен Сталинград ҡалаһы янында тар-мар иткән көн. Сталинград һуғышы 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара, 200 көндән артыҡ дауам итә. Был һуғышта 1 миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була. Ваҡиға тарихҡа иң ҡан ҡойғос, иң масштаблы һуғыш, дәһшәтле көндәр булараҡ инеп ҡалған.Күпме генә ваҡыт үтһә лә, тарихты оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Быйыл Сталинград һуғышында еңеүебеҙҙең 75 йыллығын билдәләнек.Гимназиябыҙҙа юғары класс уҡыусылары өсөн Сталинград ҡалаһын азат итеүгә арналған кисә ойошторолдо.З.Биишева урамында урынлашҡан 2-се һанлы моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре тарих уҡытыусыбыҙ Гөлниса Ишмөхәмәт ҡыҙы Мәхийәнова менән берлектә гимназистар өсөн фәһемле осрашыу үткәрҙе. Улар уҡыусыларға Сталинград һуғышы, һалдаттарҙың батырлыҡтары тураһында һөйләнеләр, шиғырҙар уҡынылар, фильм күрһәттеләр.Сараны алып барыусы китапханасылар Маннапова Әлфиә Зөфәр ҡыҙына, Еремеева Елена Владимировнаға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Игелекова Айгөл Иршат ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
VN:F [1.9.22_1171]
Rating: 0 (from 0 votes)
просмотров: 1

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Captcha Captcha Reload

четыре × два =

Февраль 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Янв    
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728  

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение “Башкирская гимназия № 158 имени Мустая Карима” городского округа город Уфа Республики Башкортостан
сокращенное: МБОУ “БГ № 158 им. Мустая Карима”
Место нахождения (юридический и фактический адрес) :
450074, Республика Башкортостан, г. Уфа, Кировский район, ул. З.Исмагилова, 1.
Руководитель образовательного учреждения:
Ахмадеева Гульназ Гафировна
тел (факс) 8(347) 2 89 52 50, bg158ufa@mail.ru

Башкирская гимназия №158 им. М. Карима

Copyright © 2018. All Rights Reserved.