21 февраль — Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында йөкмәткеле саралар үтте. Шуларҙың береһе «Үҙ телемдә һөйләшәм» тип аталып, унда гимназист бер туғандар сығыш яһаны. Өлгөлө, балаларына матур тәрбиә биргән ғаиләләр күп беҙҙә. Бөгөнгө сарала ғаиләлә башҡортса аралашҡан уҡыусылар рәхәтләнеп шиғырҙар һөйләне, үҙ-ара аралашып, «Аманат» журналындағы мәҡәләләргә үҙ фекерҙәрен белдереп, байрам кәйефендә таралышты. «Бала тәрбиәләүҙәге иң яҡшы алымдарҙың береһе – ғаиләлә кешеләрҙең яҡшы эштәре тураһында һөйләү»,- ти Мостай Кәрим. Шундай рухлы балалар үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт, ата-әсәләр!

Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?