10 декабрь, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгө дауам итә. Көн девизы: “Башҡорт теле–шөкөр тел”.

Уҡыусылар башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә Аҡмулланың “Нәсихәттәр”ен ятлап, “Шөкөр” һүҙенең әһәмиәте тураһында әңгәмә ҡорҙо. Ата-әсәйле булыуыбыҙға, үҙ шәжәрәбеҙҙе белеүебеҙгә, Башҡорт гимназияһында уҡыуыбыҙға, Башҡортостанда, баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәүебеҙгә шөкөр итәбеҙ тигән һығымтаға килделәр.
«Шөкөр һүҙе – оло һүҙ» тигән яҙма эш башҡарҙы. 5-8-се класс уҡыусылары тәнәфестәрҙә башҡорт көйҙәренә бейеп, уйнап күңел асты.