Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгө бара.

Бөгөнгө сара ошо уңайҙан тағы ла әһәмиәтле: республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй олимпиада, конкурстарында еңеүсе, призер булған, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан, спорт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыу алдынғыларына Мостай Кәрим исемендәге Фонд грант бирҙе. Гимназистарҙың һәләтен үҫтереү һәм дәртләндереү маҡсатынан булдырылған исемле грант быйыл дүртенсе тапҡыр 10-11-се класс уҡыусыларына бирелде.

Сарала ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Галина Ғәзим ҡыҙы Ишмөхәмәтованың, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙы Ялсыҡаеваның, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Робертовна Хаффазованың теләктәре уҡыусыларға яңы еңеүҙәр өсөн дәрт, ышаныс бирҙе. Шулай уҡ Өфө ҡалаһы Киров районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфҡәт Самат улы Үмәрғәлин, Өфө ҡалаһы Киров районы Мәғариф идаралығы начальнигы Юлия Юрьевна Белякова ихлас теләктәрен еткерҙе. Мостай Кәрим исемендәге Фонд исеменән Нәфисә Билал ҡыҙы Билалова, Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Тәүге бүләкләнеүселәр әлеге көндә илебеҙҙең төрлө ҡалаларының юғары уҡыу йорттарында белем ала. Өфө, Мәскәү, Санкт- Петербург, Ҡазан, Йошкар-Ола, Ырымбур, хатта Чехияла уҡыусы балаларыбыҙ Мостай Кәрим рухына тоғролар, гимназияла һалынған ошо рух уларҙы яңы бейеклектәргә әйҙәй. Быйылғы грант алыусы уҡыусыларыбыҙ ҙа ышанысты аҡлар,гимназиябыҙҙың данын арттырыр.

Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?