Бөгөн, йәғни, 9 декабрь, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте ун көнлөгө дауам итә. Көн девизы: “Башҡорт теле–аҡыл теле”.

  • #башҡорттелекөнө2021марафон
  • #МостайКәримисемендәгеБашҡортгимназияһы
  • #bg158ufa

хештеген ҡуйып аҡыл тураһында мөмкин тиклем күберәк мәҡәл табып яҙыу акцияһында урта звено кластары ҡатнашты. 8-10-сы класс уҡыусылары Башҡортостан республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған “Бөйөк шағир эҙҙәре буйлап”, “Аҡмулланың тормошо һәм ижады”  онлайн-лекцияларын ҡараны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә Аҡмулланың шиғырын һөйләү флешмобы үтте. Сараларҙа уҡыусыларҙың ҙур теләк менән ҡатнашыуы һөйөндөрә.

Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?