Гүзәл — Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 2 класы уҡыусыһы. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан был йыйынтыҡта уның әкиәттәре тупланған. Билдәле рәссам Артур Василов уларға бик матур һүрәттәр эшләгән.
Тиҙҙән китап магазин кәштәләрендә лә урын алып, кескәйҙәр күңеленә юл табыр!
Гүзәлдең әсәһе Нурия Әхтәмова сәхифәһенән